

Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев ордены кавалеры Фән Вәлиәхмәтов менән ул иҫән саҡта ойошторолған интервьюһынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
“Сығыш яһарға саҡыралар, шуныһы бик күңелле. Тальянда уйнарға бармаҡтар хәҙер элеккесә түгел инде, әммә барыбер бирешмәйем! Йәшерәк саҡта башҡаларҙы уҙҙырып та уйнай инем!
Бармаҡ булмауҙың физик эш башҡарыуға тәьҫире булды – әйбер ҡыҫып булмай ине. Эйе, йәш саҡта оялдыра ла ине, ҡыҙҙар ҡарамаҫ тип, ҡулды кеҫәгә тығып йөрөй инем. Тик ни эшләйһең, Хоҙай мине шулай яралтҡан. Бармаҡтар тыумыштан шулай. Әсәйем миңә йөклө булғанда, ҡулын комбайн барабанына ҡыҫтырған, үҙенә бер нимә лә булмаған, ә ҡарынындағы бала зәғифләнгән. Элек бит баҫыуҙа ҡалған көлтәләрҙе ҡыш та һуҡҡандар. Күҙ алдына килтерегеҙ инде: әсе һалҡын, сикһеҙ баҫыу һәм унда ауырлы ҡатын-ҡыҙ... “16 йәштә комбайн йөрөтөүсе булып эшләй инем, хәҙерге ҡыҙ бала сәй эскән һауытын да йыуа белмәй”, - тип һөйләй ине мәрхүмә. Ысынлап та, шулай. Ҡыҙғаныс”, - тип һөйләгән ул әңгәмә барышында.
Белеүебеҙсә, легендар йырсы 2024 йылдың октябрендә фани донъянан китте. Үҙе булмаһа ла, бәрхәт тауыш менән башҡарған йырҙары, тальян моңдары беҙҙең арала йәшәй, радио һәм телевидение аша уның йырҙары яңғырап тора. Шәхестең йәне йәннәттә булһын.
Фото https://vk.com/club233467758
Сығанаҡ: shahrikazan.ru