

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының һәр көнө матур тамашаларға бай була. Фольклор коллективтары, солистар – оло Ватаныбыҙҙың төрлө тарафынан йыйылған халыҡ сәнғәтенә хеҙмәт итеүсе йәш быуын вәкилдәре үҙҙәренең таланты менән һоҡландырыр.
Фестивалдең беренсе көнө – 24 июндә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне үтә, унан һуң – ҡатнашыусылар парады. Ойоштороусылар әйтеүенсә, уларҙа баш ҡаланың фольклор һәм ижади коллективтарында шөғөлләнгән 1200 йәш артист ҡатнаша.
Икенсе көндә, 25 июндә, баш ҡаланың Совет майҙанын ҙур тамаша гөрләтә – бында бер нисә сәғәт дауамында илебеҙҙең тиҫтәләгән төбәктәренән килгән 40 фольклор ансамбле сығыш яһай.
Шул уҡ көндә баш ҡаланың башҡа майҙандары ла Фольклориада ҡунаҡтарын ҡабул итә. Черниковка биҫтәһендәге “Беренсе Май” паркында, шулай уҡ И. Якутов исемендәге паркта, Дим биҫтәһенең мәҙәниәт һәм ял паркында, Затондағы “Тулҡын” скверында фольклор коллективтары һәм ансамблдәр концерт ҡуя.
Әлбиттә, һәр өс көн программаһының сығыштарын саҡырылған “йондоҙҙар”, йәғни хәҙерге заман һүҙлегенә инеп киткәненсә, “хедлайнер”ҙар тамамлай. Тәүге көн кисен халыҡ йырҙарын башҡарыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятова моңдары биҙәй, икенсеһендә ижады аша башҡорт халҡының үлемһеҙ рухи мираҫы булған “Урал батыр” эпосын ярты донъяға танытып, оло уңыш ҡаҙанған “Ay Yola”быҙҙы күреп ҡыуанырбыҙ, ә өсөнсө көндә, Фольклориаданың аҙаҡҡы кисендә “Zainetdin” этно-шоу проекты сағыу тамаша тәҡдим итер.