Әсәй

-Һеҙҙе көтөп ултырам. Оҙаҡланығыҙ. Балаңа бик ҡаты күҙ тейгән бит! - ти мулла, былар килеп ингәс тә бер ни һорашмаҫтан. Шул ваҡыт әсәнең иҫенә ҡылт итеп килеп төшә магазинға ревизия яһарға килгән ике мәрйәне быларға ашарға индергәндәре, уларының шул балаға ҡарап һоҡланып: “Как репка, какой розовенький красивый мальчик” тигәндәре. Ошо хәлде ул өй хужаһына һөйләй.

ӘсәйӘсәй
Әсәй

Бер көндө оло малайының дәресенә инәм тип барған Вәлимә, һуңға ҡалғас, ишек төбөндә тапанып тороп ҡала һәм дәрес башынан аҙағына тиклем тигәндәй уҡытыусының бер уҡыусыһын әрләгәненә шаһит була. “Һаман матур итеп яҙа белмәйһең! Начальныйҙың отличнигы имеш икән берәү! Нисек итеп өлкән класҡа килеп еттең һин маҡау?..” тигән түбәнһеткес һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙан да тартынмай уҡытыусы. Кем балаһын шулай кәмһетә икән тип, асҡыс тишегенән күҙ ата: ә унда уның улы башын түбән эйеп баҫып тора! Йөрәге ярыла яҙа әсәнең, башына ут ҡапҡандай була, теҙ-быуындары ҡалтырай. Иҙән йыуыусы ҡатын күреп уны тотоп алмаһа, шул урында аяғын һуҙып йығылып ятыр ине микән? Ҡултыҡлап урамға сығарғас та баҡса рәшәткәһенә йәбешеп оҙаҡ тора, ни эшләргә тип баш вата: дәресен өҙөп инеп үҙен әрләргәме, көтөп тороп аулаҡта һөйләшергәме? Шундай уйҙар башынан үтһә лә, аяҡтары яйлап ҡына өйөнә алып китә. Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ҡайта ла карауатҡа ятып ҡысҡырып илап ебәрә. Ғәрләнеүҙән дә, улын шул тиклем йәлләүҙән дә...

Ошо иң оло улын саҡ ҙурайтып кеше итеп алдылар бит, шуға бигерәк тә уның өсөн үҙәге ныҡ өҙөлә. Шап-шаҡтай сәләмәт бала булып тыуған улы ете айлыҡ сағында сәсрәп ауырып китте. Күҙен дә асып ҡарай алмаған сабый көнө-төнө илап хәлһеҙләнде, хатта имеүҙән баш ҡайҡайтып тартылды. Район үҙәгендә лә, Белорет дауаханаһында ла ятып сыҡтылар, бер ниндәй диагноз ҡуя алманылар. Ә бәпестең хәле мөшкөлләнде генә. Табиптар, беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек, инде бында ятыуҙан файҙа булмаҫ, тип өмөтһөҙ хәбәр һөйләгәстәре, ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмағайны.

Шулай миңрәүләнеп йөрөгәндә кемдер берәү Ямаш муллаһына күрһәтеп ҡара тип кәңәш бирә. Бик ышанып етмәһә лә, Вәлимә ирен дә күндереп, 21 саҡрымда ятҡан бәләкәй ауылға ат менән юлға сығалар. Юл ниңәлер ауыр үтелә, ат та ҡара тиргә төшә, үҙҙәре лә талсыға, иртә үк сыҡҡан кешеләр кисләтеп кенә килеп инә ул тиклем алыҫта булмаған сит ауылға.

-Һеҙҙе көтөп ултырам. Оҙаҡланығыҙ. Балаңа бик ҡаты күҙ тейгән бит! - ти мулла, былар килеп ингәс тә бер ни һорашмаҫтан. Шул ваҡыт әсәнең иҫенә ҡылт итеп килеп төшә магазинға ревизия яһарға килгән ике мәрйәне быларға ашарға индергәндәре, уларының шул балаға ҡарап һоҡланып: “Как репка, какой розовенький красивый мальчик” тигәндәре. Ошо хәлде ул өй хужаһына һөйләй.

-Әйттем бит, уларҙың күҙе ныҡ ҡаты була шул. Ярай, һуңламағанһығыҙ. Тағы бер-ике көндән, бәлки, ҡотҡарып та булмаҫ ине, - ти һәм баланы ҡулына ала мулла. Ниндәйҙер доғаларын оҙаҡ уҡып өшкөрә торғас, үҙе лә хәле бөтөп йығылып китә. Өс көн шунда йәшәп мулланан өшкөртә улын Вәлимә. Ауыл ерендә ни иренә лә эш табыла: хужаларҙың яҡындағы бесәндәрен ташып бирә, үҙе хужабикәгә йорт алдында ваҡ-төйәк эштәрҙә ярҙамлаша. Өсөнсө көнөнә, ниһайәт, улының маңлайынан тир бөрсөктәре килеп сыға, күҙҙәре асыла башлай. Эй шул ваҡыттағы ҡыуаныуҙары!.. Һүҙ менән дә аңлатырлыҡ түгел! Ауыр йөк өҫтөнән шыуып төшөп киткәндәй тоя үҙен әсә. Мулла уларға өшкөртөлгән тоҙ биреп: ”Улыңды сит күҙҙәрҙән дә, ауыр һүҙҙәрҙән дә һаҡла, киләсәктә бик көслө имсе буласаҡ кеше ул”, - тип оҙатып ҡала...

Бына шул улын әле килеп мәктәп директоры үҙе ҡыйырһыта икән. “Һинекен гел әрләй ул...” тине бит әле иҙән йыуыусы ла. Хәнифе ул көндә төшөнкө генә ҡайтып инде лә, ашап та тормаҫтан, мал ҡарарға тип сығырға йыйынды. Һәр хәрәкәтен аңдып торған әсә уның ҡулынан алып:

 -Мәктәптәге хәлең тураһында бер ни һөйләмәйһең икән. Мин барыһын да беләм. Бүтәнсә дәрестә баҫтырып нахаҡҡа әрләйҙәр икән, башыңды эйеп торма, күҙҙәренә тура ҡарап тор, ҡурҡма, - тип аҡыл өйрәткән булды.

Хәниф башын баҫып бер аҙ торғас:

-Әсәй, иртәгә ата-әсәләр йыйылышы. ...Минең уҡыуымды тикшерәләр, - тип ғәйепле төҫ менән башын түбән эйҙе.

Ул көндәге йыйылыш иҫенә төшкәс, Вәлимә әбей тағы кеткелдәмәй түҙмәне, шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды: балалар тағы уянмаһын, әле ул хәтирәнең осона сыҡмаған бит. Юҡ, был юлы таңға табан ҡаты йоҡлайҙарҙыр, таҡта аша ҡыбырлаусы булманы.

...Ул йылдарҙа уҡыусы балалар һаны күп булды, мәктәп кабинетына һыймағастары, йыйылыштар клубта үтә ине. Был көндө балаһын яҡларға тип ныҡ ҡәһәтләнеп барҙы әсә, иң тәүге рәткә ултырҙы, улы тураһында һүҙ сығыуын көттө.

-Вәлимә, бөгөн улыңа һүҙ тейҙе, етенсегә етеп, яҙыуы насар, өйгә хәреф элементтарын яҙырға биргәйнем, ҡарышып сатай-ботай һыҙмаҡлап килгән, өйҙә яҙыуы менән шөғөлләнһен әле... - тип директорҙың һүҙ башлауы ғына булды ҡыҙарынған, асыуынан йыш-йыш тын алған ҡатын нисек баҫҡанын үҙе лә тойманы.

-Мин үҙегеҙҙән һорайым әле: нисек инде өлкән класта һаман хәреф яҙҙырып ултыраһығыҙ? Яңы тема үҙләштерергә кәрәктер ул. Улымды әрләгәнегеҙҙе тыштын тыңлап торҙом мин. 35 минут буйына баҫтырып ҡуйып. Дәрестә нимәлер өйрәтеүгә ваҡытығыҙ ҙа ҡалманы ахыры. Был шундай уҡытыу алымымы һеҙҙең?.. Һеҙ... Һеҙ... - ныҡ тулҡынланған Вәлимә сағыштырыу эҙләне, ахыры, - Һеҙ уҡытыусы түгел – ә бүре, ә уҡыусыларығыҙ – һарыҡ!.. Бер тынала әйтелгән һүҙҙәрҙән зал геү итеп ҡалды ла оҙаҡҡа тынлыҡ урынлашты. Бер кем дә бындай уҡ яман һүҙҙәр ишетермен тип уйламағандыр. Әлбиттә, директор өсөн дә был көтөлмәгәнлек ине: ғәм алдында уның абруйына күләгә ташлайҙар түгелме? Ул берсә ағарҙы, берсә буҙарҙы. Завуч хәлде үҙ контроленә алмаҡсы булып йыйылышты дауам итергә маташты, ә уны тыңлаған кеше юҡ, бөтәһе лә ишеткәненән хайран булып ултыра. Бүтәнсә ҡалыуҙы кәрәк тапмай Вәлимә ҡаты баҫып сығып китте йыйылыштан.

Ә иртәгәһенә ул балаһын уҡырға ебәрмәне. Класс етәксеһе, йәш кенә килен тейешле уҡытыусы, килеп ҡат-ҡат һөйләшеп, өгөтләне, директорҙан ғәфү үтенергә кәрәклеген аңлатты... Бер нисә көн ял итеп алғас, уҡыуын, әлбиттә, шунда дауам итте улы. Директор теге хәлдән һуң асыҡтан-асыҡ бәйләнмәһә лә, аҫтыртын ғына булышыуын ҡуйманы барыбер. Ә Вәлимә балаларының дәрестәренә йышыраҡ йөрөй, уҡыуҙарына нығыраҡ иғтибар итә башланы. Ошо рәүешле балаһын яҡлашыуға үкендеме берәй тапҡыр Вәлимә? Юҡ, әлбиттә! Бөгөн булһа ла шулай эшләр ине ул. Ә Вәлигә уны ғүмере буйы эҙәрлекләргә, булышырға был тағы бер сәбәп кенә булды ахыры. Ҡайҙа эшкә инһә лә, тикшереп бер булды, сәбәбен табып сығарып торҙо, халыҡ араһында абруйын төшөрөргә маташты. Ә Вәлимә, ҡаты буранға ҡаршы торғандай, ҡайҙа эш булһа шунда эшләне, ғәҙел булды, бар хәленсә тырышып, матур йәшәргә тырышты, уны артынан һөйләмәне, әммә күҙенә ҡарап тураһын бәреп әйтә йөрөнө – бер һүҙ менән әйткәндә йәшәү өсөн көрәште.   

Балалаларын ғәҙелһеҙлектән яҡлап йөрөһә лә, артыҡ шаштырманы ла ул. Олораҡтары бәләкәстәрен ҡарашты, донъя, колхоз эштәрендә ярҙамлашты.    “Үҙеңдең дә ҡыҙҙарың үҫә әле, күрербеҙ”, тип ҡарғаған ҡатындың һүҙҙәре лә балаларына ҡарата ҡатыраҡ булыуға йоғонто яһағандыр, бәлки. Ул ваҡытта уны ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлап ҡуйғайнылар. Шунда ғаиләне боҙа яҙған бер ҡатын менән етди генә һөйләшергә тура килгәйне уға. Улдары, ҡыҙҙары кис уйынға бергә сыға инеләр, оҙаҡлаһалар, Вәлимә түҙмәй үҙе бара, йәштәрҙең уртаһында бейеп-бейеп, балалар, әйҙәгеҙ ҡайттыҡ тип өйөрөп алып та ҡайтҡылай. Бейемәй генә алып ҡайтһа ни булған инде. Был ҡылығына йылмайып ҡуйҙы Вәлимә. Осондорманы шул балаларын, кәрәк сағында маҡтап йә хуплап ебәрмәгән – шуныһына элегерәк үкенә биреп ҡуя ине лә. Бер ҡыҙы һаман һөйләй бит: “Әсәй, мин унды тик “биш”кә бөттөм!” – тип ҡайтып ингәнен. Ә ул: “Ярай, ярай, бик ҡыуанма әле, уҡырға инергә кәрәк тәүҙә”, тип яуаплаған икән. Юғары уҡыу йортона ингәс тә, шундай һөйләшеү була: “Ярай, ярай, уңышлы ғына уҡып сыҡ әле...” “Ур-ра! Диплом ҡулда!” тигәс, “Ярай-ярай, яҡшы эшкә урынлаш әле...” Мәлендә ҡыуанып, күңелдәрен күтәрерлек һүҙ әйтеү кәрәк булған – бөгөн килеп аңланы ла...

Бына шулай төндәрен уйланып, хәтирәләргә сумып ята ла таңға йоҡлап китә торған ғәҙәте бар хәҙер Вәлимәнең. Тик бөгөн таң беленә лә башлаған, ә йоҡо юҡсы. Был әҙәмде лә ғәфү иттем бит, нимәһендер онотоп ҡалдырҙыммы әллә? Боҙоҡ кешене ҡәбер ҙә төҙәтмәйҙер ул. Шулай ыҙалатыуын барыбер дауам итте бит был. Улы 8-се кластан һуң училищеға уҡырға китәм тигәс документтарын ваҡытында бирҙертмәне – бөтәгеҙ ҙә уҡый башлаһа, кем силос һала, кем бесән эшләй, тигән ти. Шулай итеп, тағы ике йыл Вәлиҙең ҡулы аҫтында ыҙаланы улы. Артабан ике оло ҡыҙының да хәле шулай уҡ булды инде. Ә бына улы 10-ды тамамлағас, Өфөгә китте лә медицина институтына уҡырға инде. Хәҙер ана бит бик хөрмәтле доктор, кешеләрҙе дауалай, Ямаш муллаһы дөрөҫ күрәҙәләгән...

(Әҫәрҙән өҙөк).

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас