

Былтыр хәбәрселәр йырсылар Салауат Фәтхетдинов, Ришат Төхвәтуллин, Айҙар Ғәлимов һәм башҡаларға һорау биргәндә, һабантуйҙағы сығыш яҡынса 300-500 мең һум булыуын белгәйнек. Быйыл блогер Олеся Лесная белешеүенсә, йырсы-музыкант Марат Яруллин иң ҡиммәтле башҡарыусы булған. Уның ағаһы Ринат хәбәр итеүенсә, йырсының гонорары бер миллион һум тәшкил итә.
Башҡортостандың Һәм Татарстандың халыҡ артисы Жәүит Шакиров тәүҙә бушлай эшләүен әйтә, әммә һуңынан һабан байрамында уның эш хаҡы «бер һумдан 10 мең һумға тиклем» тип шаярта.
Башҡортостанда популяр йырсы Илһөйә Бәҙретдинова сәхнәгә сығыу өсөн 500 мең һумдан ашыу аҡса ала. Хаҡтар тураһында ул былтыр: "Сығыштың күпме торғанын аңламайһығыҙ. Ул хаҡҡа аппаратура ла инә, ә был - 250 мең. Экран да 200-250 мең һум тора. Бынан тыш, мин 15 кешегә эш хаҡы түләргә тейешмен", - тигәйне.
Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артистары Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар үҙҙәренең сығышын яҡынса 250 мең һумға баһалай. Шул уҡ ваҡытта Ризат, әгәр бындай аҡсаны ауыл халҡы — игенселәр һәм малсылар алһа, һәм улар үҙҙәре бушлай йырларға әҙер булһа, яҡшы булыр ине, тип билдәләй.
Ринат Рәхмәтуллиндың ҡатыны Динара уларҙың дуэты 250 мең һумдан ашыу гонорар өсөн сығыш яһауын хәбәр итә. Популяр йырсы-юморист Рәмил Шарапов та шундай уҡ сумманы атаған.
Фото: https://vk.com/id563529885