Баш ҡалабыҙҙа - Йәштәр көнө!

Байрамдың төп майҙансығы “Торатау” конгресс-холы аҫтында Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторола.

Баш ҡалабыҙҙа - Йәштәр көнө!Баш ҡалабыҙҙа - Йәштәр көнө!
Баш ҡалабыҙҙа - Йәштәр көнө!

Иртәгә, йәғни 27 июндә, баш ҡалабыҙҙа Йәштәр көнө байрам ителә.

Әлбиттә, был көндө, белгестәр әйтеүенсә, ямғырҙар көтөлә, шуға күрә ойоштороусылар ҡулсатыр һәм ямғырҙан һаҡланыу саралары алырға кәңәш итә. Байрамдың төп майҙансығы “Торатау” конгресс-холы аҫтында Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторола.

Ойоштороусылар 11-се һәм 9-сы класты тамамлаусылар өсөн шәп сюрприз әҙерләгән: байрамда бөтә сығарылыш уҡыусыларының төп хитын уның авторы Фогель менән бергә йырлаясаҡтар!

Ә флешмобта ҡатнашыу өсөн иһә мотлаҡ һылтанма буйынса теркәлеү үтергә кәрәк: clck.ru/3UKims.

Әйткәндәй, Йәштәр көнөндә ниндәй сараларҙа ҡатнашырға мөмкин:

- Тере музыкаға бачату бейергә өйрәнеү;

- Иң яҡшы өҫтәл уйындарын уйнау;

 - Тиҙ генә свиданкаға эләгеү;

- Билдәле боксерҙарҙың алыштарын күреү;

- Барабанда уйнарға өйрәнеү;

- Һәм башҡа бик күп нәмәләр;

Байрам “Бэби ти”, Кравц, Фогель һәм Марат Яруллин кеүек составтағы хедлайнерҙар ҡатнашлығында сағыу дискотека менән тамамлана, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте  министры Вито Сабиров.

Байрамға инеү ирекле. Башлана: 15:00 сәғәттә. 12+

Фото: Йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас