

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева арҡаһында теркәлгән аварияға бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Әле юл фажиғәһендә зыян күргән бейеүсе Дилара Ғилметдинова йырсыны уға ярҙам күрһәтмәүҙә ғәйепләй.
Авария 28 февралдә Бәләбәй районында, Бәләбәй — Николаевка — Туймазы — Баҡалы автомобиль юлының 14-се саҡрымында теркәлгәйне. Гөлназ Асаева JAC автомобиле рулендә командаһы менән тамашанан һуң Өфөгә ҡайтырға сыға. Трассала йырсы ни сәбәптәндер ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «Хундай Солярис»ҡа бәрелә. Аварияла йырсының ғәйебе менән дүрт кеше зыян күрҙе.
«Һауа шарттары ҡатмарлы ине, Гөлназ юлда руль артына ултыра, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаршы юл һыҙатына сығып икенсе машинаға бәрелә. Гөлназ Асаеваны һәм командабыҙҙың башҡа ағзаларын шунда уҡ яҡындағы дауаханаға илттек. Зыян күреүселәрҙең береһенең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Гөлназ һәм уның бейеүсеһе төрлө имгәнеү алған, уларҙы тиҙҙән дауахананан сығарырға тейештәр», – тип һөйләгәйне йырсының концерт директоры Вадим Фәтхинуров.
Авариянан һуң дүрт ай үткәс, социаль селтәрҙәрҙә йәнә ғауға ҡупты. Хәҙер артистың бейеүсеһе Дилара Ғилметдинова элекке остазын ярҙам күрһәтмәүҙә ғәйепләй. Ғилметдинова һүҙҙәренсә, Асаева быға тиклем интернетта зыян күреүселәргә аҡсалата һәм дарыуҙар менән ярҙам итергә вәғәҙә биргән. Әммә, Дилара әйтеүенсә, йырсы бөгөн бынан баш тарта һәм судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. Авария һөҙөмтәһендә бейеүсенең янбаш һөйәге һынған булған, ул өс ай буйы дауаханала ятырға мәжбүр булған.
"Хәҙер интернетта яҙырға ғына ҡалды. Минең бәйләнештәрем дә, аҡсам да юҡ, тик хәҡиҡәт кенә бар", – тип яҙған Ғилметдинова.
Был хәлгә асыҡлыҡ индереү өсөн ҡаршы яҡты ла тыңларға булдыҡ. «Башинформ» агентлығы Гөлназ Асаеваның концерт директоры Вадим Фәтхинуров менән бәйләнешкә сыҡҡан.
"Дилара хәүефһеҙлек ҡайышын да эләктермәгән, алғы креслола артҡа ҡарап ултыра ине. Быға ҡарата дәлилдәр һәм шаһиттар бар. Тағы бер бейеүсебеҙ зыян күрҙе, ул да шулай уҡ хәүефһеҙлек ҡайышын ысҡындырған ине. Башҡа артистарҙың береһе лә йәрәхәтләнмәне. Беҙ зыян күреүселәргә бөтә кәрәкле ярҙам күрһәттек, транспорт менән ярҙам иттек һәм кәрәкле әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлек илтеп тапшырҙыҡ. Беҙҙән талап ителгән бөтә нәмәне хәлдән килгәнсә эшләнек. Дилара судҡа бирергә ҡарар иткәндән һуң, беҙ шәхсән уның документтарын һәм фотоһүрәттәрен Тәфтиш комитетына илтеп бирҙек. Әммә әле һаман енәйәт эше ҡуҙғатылмаған, беҙ быға тиклем бер нисек тә аңлатма бирә алмайбыҙ. Суд ҡарарын көтәбеҙ", — тип белдергән Вадим Фәтхинуров.
Был хәлгә ҡасан нөктә ҡуйылыуы әлегә билдәһеҙ...
Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ"