ӘСӘЙ (Дауамы 3)

Алыҫтан шул аҡландың уртаһындағы юлда ҙур ғына этте күрә. Бара биргәс, һалпыш ҡойроғона, туп-тура ҡараған һары күҙҙәренә, ҡуйы һоро йөндәренә ҡарап, бының бүре икәнлеген аңлай. Әммә бик һуңлап, сөнки ни артҡа китеп булмай, ни яҡында менеп китерлек ағас юҡ. Бүре һөжүм итә ҡалһа, бер нимә эшләргә лә өлгөрә алмаҫ ине барыбер. Йәне табанына төшөп, аяҡтарын саҡ ҡыбырлатып алға табан атлай ҡыҙ, күҙҙәрен баҙлап янған һары күҙҙәрҙән алмай, сөнки йыртҡыстың күҙенә тура ҡарарға кәрәклеген һәм ҡасырға ярама­ғанлығын ишетеп белә.

ӘСӘЙ (Дауамы 3)ӘСӘЙ (Дауамы 3)
ӘСӘЙ (Дауамы 3)

Уҡытыусы булып эшләгәндә, ике хәтәр хәл-ваҡиғаға тарыуы бөгөн булһа онотолмай. Ул мәлдә район үҙәгенә кә­ңәшмәгә йә уҡытыусыларға эш хаҡы алып ҡайтырға кәрәк булһа тура юлдан йәйәү йөрөгәндәр. Ара 40 саҡрым тирәһе. Бер хәтәр хәл йәй була. Үҙе теккән ҡыҙыл төҫтәге күлдәген, өҫтөнә ҡара камзулын кейеп Вәлимә юлға сыға. Тәүге ауылды үткәс, Нөгөш йылғаһын сығып, әллә ни бейек булмаған тауға үрмәләй. Түбән төшкәс, сәскәле аҡлан башлана. Алыҫтан шул аҡландың уртаһындағы юлда ҙур ғына этте күрә. Бара биргәс, һалпыш ҡойроғона, туп-тура ҡараған һары күҙҙәренә, ҡуйы һоро йөндәренә ҡарап, бының бүре икәнлеген аңлай. Әммә бик һуңлап, сөнки ни артҡа китеп булмай, ни яҡында менеп китерлек ағас юҡ. Бүре һөжүм итә ҡалһа, бер нимә эшләргә лә өлгөрә алмаҫ ине барыбер. Йәне табанына төшөп, аяҡтарын саҡ ҡыбырлатып алға табан атлай ҡыҙ, күҙҙәрен баҙлап янған һары күҙҙәрҙән алмай, сөнки йыртҡыстың күҙенә тура ҡарарға кәрәклеген һәм ҡасырға ярама­ғанлығын ишетеп белә. Ҡыҙылға ҡыҙыҡмаһын тип, итәген ыштанына ҡыҫтырып ҡуя, ҡара камзулы өҫтөндәге ҡыҙыл өлөшөн әҙерәк ҡаплап тора. Ҡыҙ миллиметрлап тигәндәй аяғын шыуҙырып алға табан килә. Бүре лә ултыра, китергә уйламай. Хәйер, уның нимә уйлағанын кем белһен инде? Нимә эшләргә? Йәш кенә көйө йыртҡыс ҡорбаны булырмы? Ғүмере лә ошо урында бөтөрмө? Мең төрлө уй-һорау бер-бер артлы мейеһенән үтә.

Шул ыңғайға Вәлимә һаҡ ҡына  юл ситендә ятҡан таяҡты эйелеп ала ла, мылтыҡ кеүек тоҫҡап, “тюх!” тигән тауыш сығара. Ни ғәжәп! Бүре, яй ғына ҡуҙғалып, ситкәрәк барып ултыра. Юл асыла. Тағы “тюх!” яңғырай. Бүре тағы арыраҡ шылып ултыра. Ул ултырған урынды үтеп, яй ғына алға барыуын дауам итә ҡыҙ.

Бер аҙ барғас, артына әйләнеп ҡарай: бүре хәҙер алыҫайған, әммә ҡырҙан уның менән йәнәш бара. Аҙымдарын ҡыҙыулатып алға атлай ҙа  тағы әйләнеп ҡарай: бүре күренмәй. Моғайын, ҡапыл килеп сығырға уйлағандыр, ҡайһы тирәлә ташланыр икән, тип ҡурҡа-ҡурҡа атлай ҙа атлай ҡыҙ. Бәхеткә күрә, бүре бүтәнсә күренмәй. Ә хәҙер янлап һаҡлап барған бүре ҡиәфәтендәге фәрештә булғандыр ул тип һығымта яһап ҡуя.

Икенсеһе ваҡиғала район үҙәгенә өс ауыл уҡытыусыларына эш хаҡы алырға ебәрәләр уны. Апрель айы була, көндәр һалҡын тора. Аяғына кейеҙ итек кейеп (башҡаһы булмағандыр инде), йөк машинаһына эләгеп район үҙәгенә барып етә. Икенсе көнөнә аҡсаны алып, ҡайтырға сыҡҡанда көн йылытып ебәрә. Тура юлдан ҡайтыусы тапмағас, урауҙан – Байназар - Әүжән ауылдары аша атларға уйлай. Ауыр ҡышҡы кейемдә бер тоҡ аҡса йөкмәп ала бит инде. Ҡиәфәттәре ҡурҡыныс ҡына ике ир тракторҙа осрай. Тоҡта аҡса икәнен белһәләр, үҙемде үлтереп, аҡсаны алып ҡасыр инде былар, тип шөрләһә лә, ултырып ала уларҙың тағылған арбаһына Вәлимә. Бер ауылға килеп еткәс, килеп еттек, ти былар. Ә ҡыҙ үҙенең ҡурҡаҡлығынан көлөп алып ары атлай.

Артабан ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа юл ыңғай ылауға ултырып, төнләтеп Ҡағыға килеп етә. Был урыҫ ауылында бер таныш-белеше юҡ исмаһам. Өйҙәрҙә ут һүнгән, тик иң ситтәге бәләкәй генә өйҙә һуҡыр шәм яҡтыһы күренә. Бар ҡы­йыулығын туплап, шунда йүнәлә. Инһә, йәш балалы ҡатын сәй әҙерләй, ишек төбөндә бер ир силғауын сисеп ултыра. Йоҡлап сығырға рөхсәт һорай Вәлимә. Йәш мәр­йә ҡулын йәйеп, башын һелкә, йәнәһе, өй бәләкәй, имсәк бала бар, ярамай. Тик ире ҡаты ғына: “Ҡайҙа барһын ул төндә, йоҡлаһын әйҙә”, – ти. Уға ишек төбөндә иҙәнгә толоп йәйеп бирәләр. Бер стакан ҡайнар һыу һорап эсә, артығына өмөт тә итмәй. Тоғон баш осона һалып (тағы ҡурҡа инде, аҡса икәнен белеп, талап ҡуйма­һындар тип), ҡаты йоҡоға тала. Иртән уянғанында, өйҙәгеләр күптән торғанға оҡшай, ә тоғо ҡыр­ға тәгәрәп киткән. Ҡобараһы осоп, уны янына һөйрәп ала – асылмаған, аҡса урынында.

Был изге күңелле хужаларға рәхмәт әйтеп, иртәнге туңда юлды ыратайым тип, Әүжән яғына юл тота. Сәғәт ярымдай атлағас, ҙур ғына урыҫ ауылы күренә. Таныштары булһа ла, бында туҡталып тормайынса, юлын дауам итә. Яҡты күҙҙә ҡайта һалырға, аҡсаны имен-аман алып барып тапшырырға кәрәк. Тағы 15 саҡрым тирәһе атларға...

Төшкә ҡарай иретә башлай, йөн итек үҙенә дымды тартып ауырая, атлауы ҡыйынлаша, әммә ял итәм тип туҡтарға ярамай, бүреләр килеп сығыуынан да ҡурҡа. Итеген һөйрәй-һөйрәй атлай ҙа атлай. Аҡсаһы өсөн дә, үҙе өсөн дә ҡурҡыу тойғоһо ҡыҙҙы туҡтатмай алға әйҙәгәндер. Ауылына кискә ҡарай ғына ҡайтып етә. Үҙҙәренә боролоп та тормай (сөнки әсәһе күрше ауылға икенсе иргә тормошҡа сығып киткәс, фатирға бер ғаиләне индергән була), күрше инәйгә инә лә сисенмәй ҙә урындыҡҡа йығыла. Шул ауғандан иртәгәһенә төш мәлендә генә уянып китә. “Сәй эсергә әйтеп ҡараным, ҡымшанманың да. Тоғоңдо килеп алып киттеләр инде...” – ти әбей. Аҙаҡтан “аҡса етмәй” тиеүсе лә, килтергән өсөн рәхмәт әйтеүсе лә булмай. Хәҙер шул хәлдәр иҫенә төшһә, тәне земберләп ҡуя, ниндәй ҡурҡыныс юлдарҙа йөрөгән бит. Фәрештәләре һаҡлап йөрөткәндер уны. Ул йылдарҙа бит урманда ҡош-ҡортҡа осрап, йә аҙашып, йә туңып күпме кеше ҡырылды. Уның бер әхирәтенең әсәһе: ”Ана Вәлимә үҙен үҙе ҡарай, ә һин һаман минең елкәлә”, тип урманға нимәлер йыйырға ҡыуып сығарып ебәргән еренән ҡабат тере килеш күрмәнеләр бит. Бер нисә айҙан уның кәүҙәһен ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта сурайып сығып торған таш аҫтынан табалар...

Ошо йылдарҙа тағы бер хәтәр эшкә тығыла Вәлимә. Ике туған апаһы Баныуҙың – әсәһенең һеңлеһе - магазинда эшләгән сағы. Ул ваҡытта тауар аҙ, һәр нәмә аныҡ иҫәптә, ревизиялар йыш була. Бер шундай тикшереү ваҡытында –  ревизиянан һуң икенсе көндә эшкә килгәнендә, ун кило аҡ май һәм ике төргәк тауары юғалғанын аңғара. Бына аптыраҡ: ишекте емермәгәндәр, тәҙрәне ватмағандар, ҡыйыҡтан да төшмәгәндәр, ерҙе лә соҡоп инмәгәндәр, ә тауар юҡ. Был ул заман өсөн бик ҙур юғалтыу иҫәпләнеп, апаһын биш йылға төрмәгә ултыртырға хөкөм сығарып, тиҙ үк алып та китәләр. Ә уның оло йәштәге әсәһе был ваҡытҡа, ҡыҙын аҫраулыҡҡа бирҙерткән ире гүр эйәһе булып, яңғыҙ тороп ҡалған сағы. Вәлимә Биктауҙа уҡытып йөрөй, ике туған ғына апаһы өсөн дә, өләсәһе өсөн дә ныҡ ҡайғыра, нисек ярҙам итергә генә белмәй.  Нимәнелер ныҡ теләһәң, сәбәбе лә табыла бит ул. Бер көндө бер уҡыусыһы уҡырға килмәгәс уларҙың өйҙәренә бара. Бәләкәй генә бүлмәлә ул шундай күренешкә тап була: әсә менән улы урындыҡҡа һуҙылып ятҡандар. Торорға хәлдәре юҡ, оҙаҡ ашамауҙан шешенә лә башлағандар... Хәлде тиҙ генә төшөнгән Вәлимә өйөнә ҡайтып, төшкө ашҡа ҡалдырған бешкән ике картуфын, ике телем икмәген төрөп алып килә, ут яғып ҡаҙанда һыу ҡайната. Шулай итеп әсә менән малайҙың хәленә инә. Аҙаҡ та уларға йыш килә, үҙенән арттырып аҙыҡ-түлек менән хәленсә ярҙам иткән була. Был ғаилә менән шулай яҡынайып китә. Уҡытыусыһының шул изгелегенән күңеле булған малай бер көндө: “Магазинға кем төшкәнен мин беләм, апай”,  тип әйтеп ташламаһынмы! Әсәһе улын тыйырға маташып ымлап та ҡарай, тик бала бит, аңламай, белгән-ишеткәнен һөйләй ҙә бирә. Вәлимәнең ҡолаҡтары ҡарпайып, һорашып, шуны асыҡлай: ике ревизор, бер һүҙле булып, магазинды бикләгән саҡта асылмалы тәҙрәнең эстәге тимер биген эләктермәй ҡалдыралар. Төндә шунан тотҡарлыҡһыҙ инеп, кәрәк нәмәләрен алып сығалар, ә иртәгәһенә һатыусы күрмәгәндә нығытып та ҡуялар икән. Быны ишеткәс Вәлимә бер көнгә лә түҙмәй, эштән һорап район үҙәгенә юллана һәм ишеткәнен түкмәй-сәсмәй тикшереүсегә еткерә. Нығытып ҡуйыр өсөн малайҙы саҡыртып тыңларға кәңәш итә. Тикшереүселәр шулай итә лә.  Һәм оҙаҡламай ысын бурҙар фашлана, уларға хөкөм ҡарары сығарыла. Был ваҡытҡа апаһы нахаҡҡа ике йыл ултырған була инде. Ошо ваҡиға ла Вәлимәнең хәтеренә ҡабат-ҡабат килеп төшә шул. Исеме аҡланған апаһы тағы магазинда, аҙаҡ келәт мөдире булып та эшләй. Ә теге аслыҡтан ҡотҡарып алып ҡалған әсә менән малай, күп ваҡыттар үткәс, хәлләнеп алғас, уға рәхмәт әйтеп, бер башмаҡ бирәләр әле хатта. 

Мәктәптә балалар уҡытыу, кеше менән аралашыу оҡшай ҡыҙға. Артабан уҡырға, белем алырға хыяллана. Шулай улар, ауылдан өс ҡыҙ һөйләшеп, Темәскә педагогия училищеһына уҡырға инә. Унда бер ҡарт ҡына әбей менән бабайға фатирға урынлашалар. Ашарҙарына  картуф, икмәк алған булалар, фатир өсөн дә аҙыҡ-түлек менән түләйҙәр. Вәлимә, мәктәптә уҡытып алған аҡсаһы була бит инде, бер тоҡ он һатып ала. Бер аҙ уҡығас, ҡыҙҙарҙың ашарына бөтә. Аҙыҡ алып киләйек тип, ҡайтып килергә булалар. 70 саҡрым араны йәйәүләп, ике көн тигәндә үтеп, саҡ ҡайтып йығылалар.

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

Дауамы бар.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас