Вәхит Хызыров "атҡаҙанған артист" исемен нисек алған?

"Шунан, Вәхит, атай-әсәйең шатландымы һиңә юғары исем бирелеү тураһында хәбәргә?" – тип һораны Мортаза Ғөбәйҙуллович. "Әсәйем шатланды, атайым ныҡ асыуланды. Мортазаға әйт, ҡыҙыу бесән ваҡытында ызванйы таратып ятмаһын, ҡышын таратһын", – тип әрләне тигәс... 

Вәхит Хызыров "атҡаҙанған артист" исемен нисек алған?Вәхит Хызыров "атҡаҙанған артист" исемен нисек алған?
Вәхит Хызыров "атҡаҙанған артист" исемен нисек алған?

Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Вәхит Хызыров бынан арыу уҡ йылдар элек "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исем алыуына бәйле ҡыҙыҡ хәл менән уртаҡлашҡан.

– Теге исем алғаныңды ла һөйлә әле, Вәхит ағай?

– Бик мәрәкә булды ул минең «Атҡаҙанған артист» исеме алыуым. Йәйге ялда ауылда күмәкләп бесән сабабыҙ. Шулай бер көндө филармониянан «Аҡ йортҡа юғары исем биреү тантанаһына саҡыралар» тигән хәбәр килеп етте. Төшкө аш ваҡытында ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына шул турала әйттем. Атайым саҡматаштай ҡыҙып, әрләй башланы: «Уттай бесән мәлендә ниндәй ызванйы биреү ти ул?! Мортаза ауыл тормошон белеп тора бит?! Үәт, әй!!! Юҡ, йөрөмәйһең, ваҡыт үткәреп!» Мин аптырауҙан шаҡ ҡаттым, атайға ҡаршы әйтеү ҡайҙа ти ул. Шул саҡ әсәйем ипләп кенә: «Ғәлибай, улай өҙә һуҡма әле, ул ызванйы алыуҙың да сираты барҙыр бит. Бына беҙҙең Вәхиттең ваҡыты еткән. Ул бармаһа, башҡа берәйһенә биреп ҡуйырҙар ҙаһа. Ҡуй, ҡаршы төшмә балаға. Тиҙ генә барып ҡайтһын. Бесән ҡасмаҫ», – тигәс, атайым бер аҙ һыуынған төҫлө булды, шулай ҙа ҡәтғи тауыш менән былай тип өҫтәне: «Мортазаға әйт, йәйге ҡыҙыу эш ваҡытында саҡырып ятмаһын, ана ҡышын таратһын!» – тине.

– Атайыңдың һүҙҙәрен әйттеңме һуң Мортаза Ғөбәйҙулловичҡа?

– Әйттем, әлбиттә, ҡайтҡас ныҡып һораясаҡ бит. «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән танытманы тапшырғас: «Шунан, Вәхит, атай-әсәйең шатландымы һинең юғары исем алыуыңа?» – тип һораны Мортаза Ғөбәйҙуллович. «Әсәйем шатланды, атайым ныҡ асыуланды. Мортазаға әйт, ҡыҙыу бесән әҙерләгәндә ызванйы таратып ятмаһын, ҡышын таратһын», – тип әрләне тигәс, рәхәтләнеп көлдө.

Авторы - Әлфиә ҒИМАҘИЕВА.

Сығанаҡ: tamasha-rb.ru ("Тамаша" журналы, №5-2025 йыл).

Фото: В. Хызыровтың шәхси альбомынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас