ӘСӘЙ (Дауамы - 4)

Балалар ошо тиклемен белһә булды, тип артығын һөйләргә яратмай Вәлимә. Ҡалғанын – сибәр егеткә сыҡҡас, көндәштәренең күп булыуын, һуғыштан һуң ирҙәр әҙ ҡалғанлыҡтан, уны нисек тә әүрәтеп алырға тырышыуҙарын, ваҡ-төйәк эштәрен эшләтеп, һыйлап ҡайтарыуҙарын, бер ыңғайҙан уның тураһында төрлө уйҙырмалар һөйләп араларын боҙорға маташыуҙарын һәм башҡа ваҡ-төйәген һөйләмәҫ бит инде. Ул хәтирәләр ҙә һис борсомай хәҙер. Ирен яраттымы икән ул? Ә ире уны? Мөхәббәт тураһында һөйләшеп ултыра торған заман түгел ине шул.

ӘСӘЙ (Дауамы - 4)ӘСӘЙ (Дауамы - 4)
ӘСӘЙ (Дауамы - 4)

Аҙна тирәһе хәл алғас, Вәлимә әхирәттәренә: “Әйҙәгеҙ, китәйек инде”, – ти. Әммә улар бармаҫҡа ҡарар иткән икән. Яңғыҙы юлға сығырға шөрләй ҡыҙ, шулай итеп, ул да уҡыуҙан мәхрүм ҡала... Уҡымағанлығы өсөн аҙаҡ үҙен-үҙе әрләгән саҡтары күп булды инде.

...Кисә генә булған кеүек барыһын да салт ҡына хәтерләй бит әле ул. Бер нәмәгә лә үкенмәй хәҙер, тик иҫтәлектәрен яңырта, ҡыҙыҡтарынан көлгән була. Вәт әй булған бит заманалар тигән булып.

-Ә өләсәй, үҙең олатай менән нисек таныштың?

Ейәнсәре был турала ла белә бит инде. Әллә уға күңелһеҙ булмаһын тип бирә һорауҙарын. Һыы, ҡыҙыҡ микән уға, тип уйлап нисәнсегәлер үҙенең кейәүгә сығыу тарихын ҡабатланы бөгөн дә әбей. Шул мәлдәрҙе яңынан кисергәндәй йөҙө яҡтырып яҙылып китте хатта.

-Таныштың тип ни... Олатайың ошо ауылдыҡы ла ул. Ул һуғыштан отпускыға ҡайтҡанда мин 14 йәшлек кенә инем. Тәүгә шул мәлдә һине аңғарып ҡалдым, ти торғайны. Мин йәйәүләп баяғы ауылға уҡытырға китеп барғанда, ул һыбай ҡайҙандыр килгән. “Һылыу, ҡайһылай ҙурайып киткәнһең” тигән булып үтеп китте. Арала мөхәббәт булды тип әйтә алмайым. Хисләнеп, иләҫләнеп йөрөгәнемде иҫләмәйем дә, бәлки, онотолғандыр ҙа. Бынау иҫке өйгә ҡара әле. Кем уны теге быуатта төҙөлгән тип әйтер: һаман мөһабәт, күкрәк киреп ултыра. Был өйҙө ул ваҡытҡа биш балалы атам колхозға персиҙәтел булып ҡайтҡас биргәндәр. Шунда ҙурайҙыҡ – ныҡ ҡәҙерле ул миңә. Атам һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғалды, тинем бит. Беҙ көттөк уны, һуғыштан ҡайтҡан һәр бер һалдаттан һорашып, көн дә бына ҡайтып инер тип көттөк. Күрше ауылдарҙан уның менән бергә булған бер нисә ир-ат та ҡайтып килде. Хатта береһе, тере ул, көтөгөҙ, ҡайтыр, тип өмөтләндергес хәбәр ҙә еткерҙе. Тик бер йыл үтте, ике, өс... Әсәйем әле утыҙы ла тулмаған йәш ҡатын, һылыу ҙа ине үҙе, уны һоратыусылар күп булды. Тәүҙә ныҡ торғандай ине, тик берҙән-бер көндө мине, оло ҡыҙын, саҡырып кәңәшләшкән булды. Йәнәһе, күп баланы уға яңғыҙы ҡарауы ауыр, күрше ауылдан һоратҡан бер иргә сығырға минән рөхсәт һорай, ә үҙе вис хәл итеп бөткән. Мин, эшләп йөрөгән кеше булараҡ, айырым йәшәп ҡалам, бер ҡустымды детдомға ебәрә, өсәүһен үҙе менән ала. Оло күренһәм дә, бала инем бит әле мин ул саҡта, быны ишетеү, ят кешене ҡабул итеү ныҡ ҡыйын булды. Әсәйемә үпкәләнем. Мин ошо өйҙә ҡалам, тинем. Уны һиңә кем биреп ҡуйһын, алырҙар ул, ҡыҙым, һин шул уҡытҡан ереңдә генә йөрө инде, тине әсәйем. Бына шул көндән ошо өйҙө нисек итеп алып ҡалыу тураһында баш ваттым. Ҡустыларымдың береһе ҙурайғас килеп йәшәр, тип тә уйланым. Әгәр кейәүгә сығып ошонда йәшәй башлаһаҡ, тартып алмаҫтар әле тип үҙемсә һығымта яһап, яҡын-тирәләге егеттәрҙе барланым. Күбеһе сыбыҡ осо булһа ла туған. Түбән яҡта йәшәгән олатайыңа бына шулай юлыҡтым. Иң яҡшы кандидат ул ине. Ул ваҡытта әле һуғыштан һуң ҡалып армияла хеҙмәт итеп йөрөй ине. Уны көткән ҡыҙҙарҙың күплеген дә белеп йөрөнөм. Күрәңме фотоһын, сибәр егет ине йәш сағында. Бер туған апаһы ла әле бер ҡыҙҙы, әле икенсеһен килен итәм тип уларҙан бүләк-күстәнәстәр алып йөрөгән икән – быныһын аҙаҡ ҡына ишеттем. Һуғыштан һуң биш йыл үткәс кенә ҡайтты олатайың. Үҙе әйтмешләй, артынан йөрөгән һигеҙ ҡыҙ араһынан мине һайлап, ҡауыштыҡ. Һәм ошо атам-әсәмдең ғүмер кисергән өйөндә йәшәй башланыҡ. Бер заман был өйҙө тартып алырға ла тырышып йөрөнөләр. Балаларым күбәйеп киткәс, ҡабат талашманылар. Бәрәкәтле, ҡотло нигеҙ булды ул – һигеҙ балабыҙ тыуып, шунда үҫтеләр. Иң бәләкәсем – һинең әсәйең дә шунда тыуҙы...

Балалар ошо тиклемен белһә булды, тип артығын һөйләргә яратмай Вәлимә. Ҡалғанын – сибәр егеткә сыҡҡас, көндәштәренең күп булыуын, һуғыштан һуң ирҙәр әҙ ҡалғанлыҡтан, уны нисек тә әүрәтеп алырға тырышыуҙарын, ваҡ-төйәк эштәрен эшләтеп, һыйлап ҡайтарыуҙарын, бер ыңғайҙан уның тураһында төрлө уйҙырмалар һөйләп араларын боҙорға маташыуҙарын һәм башҡа ваҡ-төйәген һөйләмәҫ бит инде. Ул хәтирәләр ҙә һис борсомай хәҙер. Ирен яраттымы икән ул? Ә ире уны? Мөхәббәт тураһында һөйләшеп ултыра торған заман түгел ине шул. 55 йыл бергә йәшәгәндә төрлө саҡтары булды инде: матур итеп парлашып ҡунаҡҡа ла йөрөштөләр, бергәләп донъя ҡорҙолар, бер-бер артлы балалар табып үҫтерҙеләр,  һауыт-һаба ла шалтырап, айырылышам тип дыулашып та алғандары булды. Ә балалары өсөн рәхмәтле былай бабайына. Күршеләге Сәмирә ирле булған көйө уның Ғәбитенә ҡалай ҡыйшаңлап бер була торғайны. Бына ул уны ныҡ яратҡандыр.  Тартынмайынса: “Эх ошо Вәлимәнеке кеүек тә бәхетем юҡ бит” тип тәҙрәнән тәҙрәһенә йөрөп һеҙҙе күҙәтә ине, тип ҡәйнәһе - күрше Хаят әбей һөйләгәйне. Ире ҡайҙа барһа ла аңдып ҡаршыһына осрарға тырышҡанын үҙе лә күрә ине. Шул йылдарҙа саҡ аралары боҙолманы. Түбән яҡҡа – ата-әсәһе йортона ҡайтып та китеп йөрөп алды ире. Ул ваҡытта биш балалары үҫә ине. Өс малай, ике ҡыҙ. Алты йәшлек кенә бер ҡыҙы: “Атай сығып киткәс, мин дә китәм, һеҙҙең менән йәшәмәйем!” - тигән булып, иң яратҡан ағас ҡурсағын алып, түбән яҡта йәшәгән өләсәләренә атаһы артынан китте. Икенсе көндә иртә менән килеп ингән булған. Бер йәшкә өлкән апаһы уны үсектереп: “Ниңә килдең? Хәҙер һеҙ атай менән түбәндә йәшәйһегеҙ инде”, тигәс, яуабын да тапты бит әле, “Матур күлдәгемде алырға ғына килдем”, тип торған була. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде.  Ҡайһы арала тағы ярашып киткәндәрҙер? Көндәш ҡатындарҙы ҡара яндырып, тағы бергә йәшәп алып китеп, биш бала эргәһенә тағы өс ҡыҙҙы алып ҡайттылар. Йомшаҡ күңелле,  аҙ һүҙле, ипле ине ире. Колхоздың мал духтыры булғас, көнө-төнө эштә, өҫтәүенә ауыл халҡы ла уға күҙ төбәп тора. Кеше ҡасан ярҙам һорап килһә лә, таңмы, төнмө, кире бороп сығармай, үҙҙәренән алда йүгереп сығып китер ине. Ярҙамсыллығы, изгелеклелеге үҙенә яу ҙа булды инде – ҡарап торған малдары шәбәйһә, кешеләр һыйлап ҡайтара, ә ире ҡуй тиә белмәгәс, эсә. Шул уйнаш ҡатындарҙан ишеткәнен иҫерек сағында әйтеп тә ысҡындырғылай ине. Өйҙәгеһен кешегә сығарып һөйләмәй, туғандарына бәлә һалмай ғына, йәшәп тик ятҡан Вәлимә. Урамдан үткәндә һындарын турайтып, ғорур баҫып үтә ине – әйҙә көнләшеп ҡалһындар тигән кеүек. Ни тиклем ғүмер бит әле – 60 йылға яҡын. Аварияға осрап, ике аяғы ла һынып, эстән ҡаҡшамаһа, оҙаҡ йәшәр ине ул ҡарты, һаулығы шәп булды. Үлеп киткәнсе күҙлекһеҙ гәзит уҡып, телевизорҙан яңылыҡтар ҡараны, һуңғы йылынаса мал, ҡош-ҡорт ҡарашты, баҡсаға сығып таяғы менән булһа ла, ҡый үләндәрен йыға төртөп йөрөнө. 80-ен ҙурлап үткәргәс, тағы ике йыл йәшәне, бер бәләһе булманы. Һуңғы ике көндә генә хәле бөтөп, тамағына ашай алманы. Көҙгө сыуаҡ көн ине - балалары картуф ҡаҙырға ҡайтты. Хәле бөтөп торған Ғәбит ҡарт тәүҙә баҡса яғына ҡараған эскәмйәгә сығып ҡарап ултырҙы.  “Эре булғанмы быйыл?” – тип картуф алыусылар яғына ла яйлап барып ураны. Шунан инеп мейес янындағы карауатына һөйәлгән дә түрбашта ҡыштырлап йөрөгән Вәлимәгә: “Ясин”ыңды уҡы, әбей!” – тип хәлһеҙ генә һөрәнләне. Ул арала һыу эсергә ингән улы: “Әсәй, атай китеп бара!” - тип ҡысҡырып, уның яйлап ҡына ҡырынайып төшөп барған башына иңдәрен терәгән. Албырғап ҡалған Вәлимә Ҡөрьәндән “Ясин” уҡып сығып, китапты кәштәгә кире ҡуйғанда Ғәбитенең йәне осҡайны инде. Ғүмере буйы үҙен коммунист тип иҫәпләгән, Аллаға ла, муллаға ла, сихырға, им-томға ла ышанмаған ҡарты, шулай һуңғы минуттарында булһа ла иманды таныны. Төрлө йылдарҙа Еңеү көнөнә бүләк ителгән стена сәғәттәре, һуңғы тыуған көнөндә төшкән ҡул сәғәте лә нәҡ уның йәне сыҡҡан ваҡытта – 3 сәғәт 15 минутта - туҡтап ҡалыуы бит әле...

Тәүҙә яңғыҙ ҡалыуы башына барып етмәне шикелле Вәлимәнең. Малдарҙы бөтөрөп, өйҙө бикләп, йә бер балаһында, йә икенсендә йәшәне, тәүҙә ҡалала рәхәт, ҡыҙыҡ кеүек ине. Биш-алты йыл яңғыҙлыҡ үҙен һиҙҙермәне. Тик шулай йәшәү ялҡытып китте, төндәрен йоҡо алмаҫ булды. Һуңғы ваҡыттары үҙ өйөнә ҡайтҡыһы килеп тик тора, әммә бер үҙенең генә хәленән килмәҫ кеүек. Ата йортона ҡайтып йәшәргә теләгән балаһы юҡ.  Береһенә лә һүҙ тейҙерерлек түгел дә, яҡшы мөнәсәбәттәләр, ҡарайҙар, төрлөсә күңелен күрергә тырышалар... Тик ул үҙен уларға йөк кеүек күрә - төндә ҡыштырлып бәҙрәфкә барамы, ашағанда аҙығын сәсрәтәме, ҡалағын ҡулынан төшөрөп ебәрәме, хәбәрҙәрен ишетмәйерәк ҡалып, яңынан һораймы, ҡунаҡҡа балаларының тиңдәштәре килһә, үҙен артыҡ тойоп, төпкө бүлмәгә ҡасып ултырамы... “Тиң-тигеҙ йәшәгеҙ” тигәнде уның һымаҡ ишенән тороп ҡалған берәү тәүгә әйткәндер инде. Үҙәктәре өҙөлөп өйөн һағынғанда: “Ниңә мине ҡалдырып, алдан киттең? Һөйәркәләрең көтә инеме әллә?” тип мәрхүм иренә үпкәләп һөйләнеп тә ала Вәлимә әбей. Бына быйыл да ҡыҙҙарының отпускыларын саҡ еткереп алды. Май башынан уҡ өлкән ҡыҙы менән ҡайтҡайнылар, июндә бәләкәй ҡыҙы ейәнсәре менән килде. Быйыл ҡышҡа барып етә алмаҫын һиҙә ул. Ҡарты шикелле көҙгө сыуаҡта китәрме икән тип уйлай ине һуңғы төшөнә ҡарағанда. Әсәһе килеп ҡулынан йомғағын тартып алды икән тип күрҙе. Быға тиклем гел арты менән торған әсәһе шулай тура ҡарап килеп инде был юлы. Теге донъяға китергә ваҡыт етһә, иң тәүҙә әсәйең килә яныңа, тигәндәре хаҡтыр.

***

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас