

***
...Тыуған көнө лә етте. Ҡотларға килеүселәр өйгә генә һыйырлыҡ түгел ине. Киң ишек алдына ла оҙон өҫтәлдәр, эскәмйәләр теҙеп, башына ҡояштан-ямғырҙан һаҡларлыҡ тенд ҡоролдо. Балалары кистән килеп ятҡайнылар, иртә менән ҡырҙа йәшәгән ейән-ейәнсәрҙәре ғаиләләре менән йыйыла башланы. Оло туйға әҙерлекте хәтерләтә ине ишек алдындағы тегеләй-былай йүгерешеү. Ҡорбанға тигән һарыҡты таң менән тунап, һуйып, һүлен ағыҙырға элеп торҙолар. Ул арала эсәктәре таҙартылып, эшкәртелеп, эс-бауырына ҡуша боролоп, ҡыҙҙары аласыҡта пирәжки бешерергә тотондо. Шунда уҡ оло ҡаҙанға ит һалынды. Ололарға өйҙә табын ҡоролдо. Күмәкләп әҙерләгән табын һыйҙан һығылырлыҡ ине: һәр береһе бешеренеп үҙе менән алып килгәне лә, бында әҙерләнгәне лә етерлек. Барыһының да иң матур күлдәктәре кейелгән, сәстәренә прическа яһатылған - был байрамға тағы ла тантаналыраҡ төҫ индереп ебәрҙе. Вәлимә лә үҙ ҡулдары менән теккән яратҡан күлдәген кейеп, башына аҡ яулығын ябынды. Өҫ-башына электән иғтибарлы булды ул: өйҙә лә нимә етте шуны кейеп йөрөмәне, таҙаһын, килешкәнен һайлай белде. Һиҙә: һуңғы тыуған көн, һуңғы тапҡыр уның менән бергә күмәкләп йыйылыу, һуңғы тапҡыр танһыҡ шат йөҙҙәрҙе күреү... Йөрәге дерелдәп, аяҡтары ҡалтырап алып китте Вәлимәнең. Бирешмәй тор әле, тип эстән үҙенә бойороп, ҡыҙҙары өйрәткәнсә, бер нисә тапҡыр тәрән итеп һулыш алды, тынын тигеҙләне, йылмайырға маташты.
Ысынлап та туйға тартым булды был тыуған көн. Һуңғы ваҡытта бер нәмә лә шатландырмай ине, бөгөн ихлас күңелдән йылмайҙы, һөйләште әбей. Ҡотлауҙар, бүләк биреүҙәр, рәхмәт әйтеүҙәр... Һәр береһе килтергән бүләген кейҙереп, ябындырып ҡараны, ҡулына тотторҙо. Күптән уны әйбер ҡыҙыҡтырмаһа ла, һәр бүләкте ҡыуанып ҡабул итте Вәлимә. Бала-саға концерт ҡуйҙы, ишек алдына түшәлгән таҡтала бейештеләр, йырлаштылар. Уларын инде Вәлимә һеңлеһе менән тәҙрәнән генә ҡыуанып күҙәтеп ултырҙы. Бынау йәше олпатлығынан ҡарағанда үткәндәге рәнйеүҙәр-рәнйетелеүҙәр, үпкә-асыу, нимә өсөндөр ыҙғыш сүп кенә икән дә ул. Күҙ алдындағы шат балалары һәм Сыуаҡташҡа ҡаршы тауҙан ҡаҡлығып һибелгән ҡояш нуры ғына әле мөһим. Ошолай ҡарап торор ҙа торор ине ул... Тик ваҡыт һанаулы ҡалған. Алыҫта йәшәгән уртансы ҡыҙын көтөп алаһы бар, отпускыһы ике аҙнанан һуң ғына икән. Ә уның бөтәһен дә бер юлы күргеһе, ҡарап ҡалғыһы, ошонда хушлашҡыһы килә ине. Һиҙә бит: бөгөн булмаһа, иртәгә тегендә юл төшөргә тора. Был көндө арыһа ла ятып та алманы Вәлимә. Ҡотларға тип янына килеп баҫҡан балаларының, ейәндәренең, бүләләренең (ә улар 30-40 тирәһе булғандыр) йөҙҙәрен иҫендә ҡалдырырға теләгәндәй һаман асыҡ ҡарашы менән яратып оҙаҡ текләне, әйткәндәрен иғтибарлап тыңланы, “Аллаға шөкөр! Барыһы ла эшкингән. Аҙып-туҙып йөрөүсе юҡ”, тип ҡыуанды. Гел ыңғай тойғолар менән ултырғанғалыр был көндө бер ауыртыныуһыҙ йоҡлап китеп, таңға тиклем йоҡлаған да ҡуйған үҙе.
Байрам кәйефе иртәгәһенә лә дауам итте. Нисектер зиһене яҡтырғандай, тубыҡтары нығынғандай тойоп, еңел генә урынынан килеп торҙо Вәлимә. Ҡайһылай матур ултырҙыҡ әле, тик әхирәте килә алмаған бит, уны ла һуңғы тапҡыр күреп ҡалыр инем, тип уйланы. Күрергә теләгән тағы берәйһе ситтә ҡалманымы тип барлап һәр береһен яңынан күҙҙән үткәрҙе. Ҡалһа ҡалғандыр инде, бүлә-бүләсәрҙәренең исемдәрен дә белеп бөтмәй бит. Бөгөн иң бәләкәс ҡыҙы машина барҙа тип юлға йыйына. Ярай, ҡыҙҙары күп, береһе китһә, икенсеһе ҡала, шөкөр, яңғыҙ итмәйҙәр. Күмәк баланы үҫтергәндә ҡыйын булһа ла, ҡартайғас ҡалай рәхәт икән. Шул урында ваҡытһыҙ йәшләй вафат булған улы иҫенә төшөп, йөрәге ҡыҫып-ҡыҫып ҡуйҙы. Ата-әсә үҙенән алда балаһын ер ҡуйынына тыҡмаһын ине ул. Баһадир кәүҙәле, йөҙгә сибәр улын аяуһыҙ сир тартып алды. 45 йәштә генә уның ҡулында йән бирҙе бит балаһы. Ҡапыл хәле насарайып иҫенән яҙа башлағанын үҙе лә һиҙеп: ”Әсәй, йөҙөм ныҡ үҙгәрҙеме?” – тип һорап ятҡан булды. Шулай комаға китте лә кире уянманы... Ер ҡуйынына ҡуйып ҡайтҡас, һаман шул көйө һылыу ғына булып ята ине, әллә тере көйө күмдекме, тип икеләнеүҙәре, ҡотҡара алманым баламды, һыуытҡыста туңдырып ҡуйған көртмәлене лә ауыҙ иттерә алманым, үҙем ғәйепле тип үҙен игәүҙәре ошо көнгәсә йәнен өйкәй... Хәсрәте көсәйеп китеп, бар тәнен аңлайышһыҙ һыҙлауыҡ баҫты, ҡалтыранды әбей. Йүгереп янына килгән өлкән ҡыҙы уның пульсын тикшерҙе, ҡан баҫымын үлсәне, икенсеһе тиҙ ярҙамға шылтыратты. “Алһыу ҡыҙым килгәнсе, тырышығыҙ инде, балалар”, тип кенә шыбырлай алды әбей. Шәфҡәт туташының ҡан тамырына ебәргән сихәтле дарыуы килешеп, бер нисә сәғәттән күҙҙәрен асып тирә-яғын байҡаны. “Кисектерелде...” – иң беренсе уйы шул булды.
Тағы ике аҙнанан көткән ҡыҙы ҡайтып төштө. Уның хөрмәтенә һарыҡ салынып, тыуған көнгә килә алмағандарҙы йыйып алдылар. Вәлимә донъяһы теүәлләнгәндәй үҙен бик бәхетле тойҙо был көндә. Бынау ҡәҙерле йөҙҙәрҙе ташлап китеүҙәре ҡыйын булыр инде, эй, Аллам, нисек булһа ла биҙҙерт мине уларҙан, тип ялбарып та ебәрҙе эстән генә. Балалар минән, мин уларҙан һыуынһам, теге донъяға китеүе еңелерәк булыр ине лә...
Төнөн ҡыҙҙары менән серләште, уларға әйтергә теләп тә күңелендә генә ҡалған һүҙҙәрен дә әйтте, барығыҙ ҙа тырыш, уңған тип маҡтаны, һәр береһенә бәхет теләне. Һүҙгә һараныраҡ әсәләренең асылып киткәненә балалары берсә һоҡланды, берсә һағайҙы...
***
Был төндә төшөнә тағы әсәһе инде, ҡул иҙәп саҡырҙы, арыраҡ ир заты күренеп ҡалды, күҙенә сәпиттә йөрөгән үҫмер бала ла сағылды, бәй, был бит улым булды, тип ҡапыл уянып күҙҙәрен асты әбей. Әсәһенең янында атаһы торған кеүек ине. Хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килгәндән бирле көттө бит ул атаһын. Бер ҙә генә онотманы. Шәп сағында үҙе эҙләне, аҙаҡ балаларынан эҙләтте, ейәндәре лә ошо көнгәсә эҙләй. Атаһы күптән был донъяла юҡ икәнен аңлаһа ла. Аҙаҡ ҡәберен булһа ла табырға өмөт итте. Өс-дүрт йыл элек ҡулына район гәзите килеп эләккәйне. Унда атаһы менән бер яу юлын үткән яҡташ тураһында яҙылғайны. Был яугиргә лә хәбәрһеҙ юғалды тигән хат килә. Ә ул һуғыш ваҡытында бер медсестра менән таныша ла һуғыш бөткәс сит өлкәлә йәшәргә ҡала. Туғандарына 60-сы йылдарҙа ғына хәбәр ебәрә. Атайым да шулай берәйһен осратып йәшәгәндер әле, ҡайтырға ҡыйынһынғандыр тип үҙен йыуатып, уға ла үҙенсә нөктә ҡуйып тынысланды шул ваҡыт Вәлимә. Ә бөгөн атаһы әсәһе менән бергә күренде бит, теге донъя булһа, яңынан ҡауышҡандарҙыр.
Шуларҙы уйлап ята, ә үҙенең бар тәне яна, тамағы кипкән, эстә бар нәмәһе аҫты өҫкә килгән кеүек. “Ыһ” тип икенсе урынға күсеп ятырға уҡталды, аяҡтары тыңлашманы. “Нишләй, әсәй?” тип йүгереп килеп еткән ҡыҙҙарына: “Әллә нимәшләтә бит...” тип кенә әйтә алды. Кискә тиклем шулай тәне менән йәне айҡашты айҡашты ла, бер мәлгә тынсып ҡалды, рәхәт кенә тынлыҡ урынлашты. Тороп әллә нимәләр эшләр кеүек үҙендә көс тойҙо Вәлимә әбей. Балалары ла еңел һулап ҡуйҙы. Өҫтәл янына йыйылып бергәләп сәй эстеләр, киви, әфлисун кеүек емеш-еләкте әсәһенең алдына этәреберәк ҡуйҙы ҡыҙҙары. Әбей ярты сынаяҡ сәйҙе йотомлап ҡына эсте, бутҡаға ҡағылып та ҡараманы. Ул арала бер ҡыҙының “Мин бешергән бутҡаны тәмләп тә ҡараманы бит әле ул”, тип эстән генә үпкәләгәнен дә тойҙо. Ә уның ашта эше лә юҡ ине шул был ваҡытта, яй ғына тороп ултырып: “Ағайыңа шылтыратығыҙ, тиҙ генә ҡайтһын”, - тине сағыу тауышы менән. Ғүмер буйы табип булып эшләп, пенсияға сыҡҡас, ислам университетында уҡып йөрөгән өлкән улы ике сәғәттән килеп инде. “Әсәй, хәлең нисек?” тип яҡынлашҡас, Вәлимә уның ҡулынан тотто ла: “Өшкөргәнең килешә, улым, уҡы әле берәй доғаңды?” - тип асыҡ зәңгәр күҙҙәре менән уға баҡты. Улының көйләп уҡыуына иҙерәп күҙҙәреп йомоп тыңланы Вәлимә әбей. “Эй ошо улым нужаны күп күрҙе, анау кивины ярата бит ул...” тигән уй үтте, шунан тағы зиһене буталды, күҙҙәрен асырға теләне – килеп сыҡманы, телен әйләндереп һүҙ ҡушайым тиһә – уныһы тыңлашманы, аңы томаланды, бар донъя ҡараңғылыҡҡа сумды... Улы уҡып бөтөп: “Булды, әсәй, хәҙер шәбәйеп китәһең”, тиеүгә уның йәне тәненән айырылып сығып баҙыҡ ҡына яҡтылыҡҡа ҡарай осҡайны инде...