Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ижади күңелле халыҡ йәшәй

Ауыл халҡы элекке төҫөн һаҡлаған, таҡта иҙәне ялтыратып буялған клубҡа йыйылырға ярата.

Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ижади күңелле халыҡ йәшәйҠыпсаҡ-Асҡарҙа ижади күңелле халыҡ йәшәй
Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ижади күңелле халыҡ йәшәй

Һәр тарафта ла ауыл тормошоноң рухи яғы бындағы клуб тирәләй әйләнә. Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында булғанда, бындағы  мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге менән дә таныштыҡ.

Үҙенә йөкмәтелгән бурысты бына тигән итеп атҡара клуб хеҙмәткәрҙәре. Бина 1988 йылда уҡ төҙөлөп, хәҙер иҫке генә булыуға ҡарамаҫтан, дәртле йөрәкле халыҡҡа был ҡамасауламай. Булғанына шөкөр итеп, ауыл халҡы элекке төҫөн һаҡлаған, таҡта иҙәне ялтыратып буялған ял итеү урынына йыйылырға ярата.

Әлеге көндә мәҙәниәт йортонда “Әхирәттәр” халыҡ фольклор коллективы, “Серҙәштәр” вокаль коллективы, театр һәм ҡумыҙ түңәрәктәре эшләп килә. Уларға клубтың художество етәксеһе Гөлгөнә Татлыбаева етәкселек итә.

– Коллективта – күберәк хаҡлы ялдағы апайҙар. Көндән-көн ҡатнашыусылар кәмей, ҡасандыр 12 кеше булһаҡ, алтауға ғына ҡалдыҡ, тиһәң дә була. Йәштәр юҡ кимәлендә, ауыл мәҙәниәте өсөн был бик ҙур проблема, – тип борсолоуын уртаҡлаша Гөлгөнә Урал ҡыҙы. – Сараларға мәктәп балаларын да йәлеп итергә тырышабыҙ. Пушкин картаһы буйынса үткәрелгәндәрҙе үҙебеҙҙең фольклор менән бәйләргә ынтылабыҙ.

“Әхирәттәр” фольклор коллективын Гөлгөнә Урал ҡыҙы 1998 йылда ойошторған. Күп сараларҙа әүҙем ҡатнашып, уңыш яулап, 2004 йылда “халыҡ фольклор коллективы” тигән исемгә лайыҡ булған улар. Республика кимәлендә үткән сараларҙа бик күп призлы урындар яулайҙар.

Ижади сәм менән Гөлгөнә Урал ҡыҙы ауылдың мәҙәни тормошон йәнләндерер өсөн ҙур тырышлыҡ һала: спектаклдәр, тетрлаштырылған тамашалар ҡуя. "Айгөл иле", "Башмағым", "Ҡыҙ урлау", “Париж егете Әлфәнис”, “Игеҙәктәр”, “Һипкелле ҡыҙ” һәм башҡа күп спектаклдәрҙе әҙерләй ауыл таланттары. Ауылдаш-ерҙәштәре уларҙы яратып ҡарай. Әлеге көндә театр коллективына клуб мөдире Фәнзилә Хәлим ҡыҙы Әхмәтова етәкселек итә.

Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында төҙөлгән клуб, тәбиғи, шунса ваҡыттан һуң йүнәтеп алыуға мохтаж була. 2017 йылда “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса аҡса бүленгәс, ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы яңыртып ябыла, фольклор, йыр һәм бейеү коллективтары өсөн костюмдар тектерелә, сәхнә кейемдәре тулыһынса яңыртыла, музыка ҡоралдары, тауыш аппаратураһы һәм яҡтыртҡыстар алына. Проблемаларҙың бер өлөшө шулай хәл ителгәс, ауыл таланттары артабан дәртләнеп эшләүен дауам итә.

Гөлгөнә Урал ҡыҙы 1989 йылда Өфөлә музыка педагогия училищеһын тамамлағас, тыуған ауылы Сурайҙа клуб мөдире булып мәҙәниәткә хеҙмәт юлын башлай. Ғаилә ҡорғас, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йортона күсә, унан бер нисә йыл мәктәптә музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Тик ижади тормош уны үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра: 1998 йылдан алып ул Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып китә. Күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте 2024 йыл аҙағында “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән баһалана. 2019 йылдан бирле клуб етәксеһе Фәнзилә Хәлим ҡыҙы менән татыу ижади тандем булып, ауыл тормошона йән өргән клуб эшен бергәләп атҡаралар.

Ҡыпсаҡ-асҡарҙар – дәртле халыҡ: клубта, концерт, спектаклдәрҙән тыш, тематик кисәләр, конкурстар, башҡа ҡыҙыҡлы саралар үтеп кенә тора. Республика кимәлендәге ижади ярыштарҙа, район сараларында улар йыш ҡына төп еңеүселәр рәтендә була.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ижади күңелле халыҡ йәшәй
Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ижади күңелле халыҡ йәшәй
Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ижади күңелле халыҡ йәшәй
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас