Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы НОҒМАН МУСИНдың тыуыуына – 95 йыл

Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалының васыятын онотмайыҡ!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы НОҒМАН МУСИНдың тыуыуына – 95 йылБөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы НОҒМАН МУСИНдың тыуыуына – 95 йыл
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы НОҒМАН МУСИНдың тыуыуына – 95 йыл

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы НОҒМАН МУСИНдың тыуыуына – 95 йыл.

Тыуған тәбиғәте йырсыһы булып танылған олуғ әҙиптең “Мәңгелек урман”, “Зәңгәртауҙа – аҡ болан”, “Өҙәрем юл кешеләре”, “Һайлап алған яҙмыш”, “Яҙғы ташҡындар алдынан”, “Таң менән сыҡ юлдарға”, “Һуңғы солоҡ”, “Шунда ята батырҙар һөйәге” романдарын, бихисап повесын башҡорт әҙәбиәтен яратыусыларҙың һәр береһе уҡығандыр.

Яҙыусының геройҙары – беҙҙең замандаштар, ерҙе, тәбиғәтте һөйгән хеҙмәт кешеләре. Тыуған Башҡортостанының ҡабатланмаҫ биҙәкле гүзәл тәбиғәтенә дан йырлаған, уны һаҡларға өндәгән әҙип әҙәбиәтебеҙҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы һәм артынан килгән йәшерәк ҡәләмдәштәренә өлгө, илһам сығанағына әйләнде.

Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалының яҡты рухын хөрмәтләп иҫкә алайыҡ, тыуған тупрағыбыҙ, еребеҙгә һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға тигән васыятын онотмайыҡ!

 

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы НОҒМАН МУСИНдың тыуыуына – 95 йыл
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы НОҒМАН МУСИНдың тыуыуына – 95 йыл
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас