

Тәтешле районының Үрге Ҡоҙаш ауылы тарихи үткәне, абруйлы шәхестәре менән данлы. Сал йылъяҙма биттәренән күренеүенсә, бөгөн 680 кеше йәшәгән ауыл Ирәкте башҡорттары тарафынан нигеҙ һалынып, исеме 1738 йылдан билдәле. 1865 йылда 96 хужалыҡта 580 кеше йәшәгән, халыҡ малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, мәсеткә йөрөгән, дүрт һыу тирмәне тотҡан, үҙ яйын үҙе күреп, һөнәрҙәрен, аҡылын быуындан-быуынға тапшырып йәшәп килгән. Үткән быуаттың 70-80-се йылдарында ауылда көнкүреш йорто, һыу үткәргес, ике ҡатлы мәктәп, магазиндар, балалар баҡсаһы, ашхана төҙөлә, үҙәк урам асфальтлана, Ҡоҙашта тормош йәмләнгәндән-йәмләнә бара.
Ауылдаштар бөгөн дә заман ауырлыҡтарына бөгөлмәй, данлыҡлы яҡташтарынан өлгө, илһам алып хеҙмәт итә, балалар үҫтерә, йәшәгән ауылдарын төҙөкләндереү, зыяратты, һыу ятҡылыҡтарын, тирә-яҡ мөхитте тәртиптә тотоуҙы мөҡәддәс бурысы итеп иҫәпләй. Советтар Союзы Геройын үҫтергән ауыл булыуы менән хаҡлы ғорурлыҡ кисереп, Ватан һаҡсыларын хөрмәт менән хәтергә алып, улар тураһындағы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Ауыл мәктәбе Бөйөк Ватан һуғышы Геройы Әмир Сөләймән улы Хәйҙәров исемен йөрөтөүе менән сикһеҙ ғорур. Ҡоҙашта тыуып, уның сирәмендә аунап, киң урамдарын иңләп, саф һауаһын һулап үҫкән ҡыҙ һәм малайҙар хәҙер инде тыуған яғын хеҙмәттәре менән данлай, билдәлелек яулай. Улар араһында композиторҙар, ғалимдәр, хәрбиҙәр, архитекторҙар, нефтселәр, геофизиктар, уҡытыусылар, табиптар һәм башҡа һөнәр кешеләре етерлек.
Советтар Союзы Геройы Әмир Хәйҙәров исемендәге мәктәп коллективы уңыштары, уҡыусыларҙың төрлө предметтар, спорт, туризм буйынса ярыштарҙа, район олимпиадаларында, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуҙары менән һоҡландыра. Ҡоҙашта бер үк бинала клуб, медицина пункты, почта, ауыл Советы, “Урал” колхозы идараһы урынлашыуы ауылдаштарҙы көн һайын бер урында осрашырға, аралашырға, хәл-әхүәл белешергә, яңылыҡтар менән уртаҡлашырға ярҙам итә. Шулай ҙа Ҡоҙашта көн һайын олоһон да, кесеһен дә үҙенә тартып торған урын, моғайын, моделле китапханалыр. Бында китапханаға хас тәрән тынлыҡ юҡ, айырыуса йәйге каникулдар мәлендә ул балалар тауышынан гөрләп тора. Яҡташтары һәм ауыл тураһындағы тарихты, республика һәм ил яңылыҡтары тураһындағы мәғлүмәтте үҙендә һаҡлаған, халыҡтың аҡылын, ғилемен быуындарҙан-быуындарға тапшырған серле китаптар донъяһы тап ошонда.
Яҡшы китапханасы китаптарҙы һаҡлап, уларҙы биреп ултырыусы ғына түгел, ә профессиональ белемле, халыҡ менән аралашыусан, IT өлкәһе менән яҡшы таныш ойоштороусы ла ул. Ҡайһы берәүҙәр китапханала көнө буйы китап уҡып ултырырға яратҡан өлкән кеше эшләй, тип уйлап, ҡаты яңғылыша. Ҡоҙаштағы моделле китапханала беҙҙе алсаҡ йөҙлө Индира Гәрәева ҡаршыланы. Туғыҙ меңдән ашыу китап теҙелгән кәштәләрҙән тыш, тематик экспозициялар, яңы ғына килгән баҫмалар иғтибарҙы үҙенә тарта.
– Ауыл китапханаһының донъяны интернет селтәре яулаған осорҙа йәшәүе балалар өсөн дә, хаҡлы ялдағылар өсөн дә бик яҡшы күренеш. Китап фондын тулыландырыу, заказдар биреү, уҡыусылар менән тығыҙ аралашыуҙан тыш, ҡыҙыҡлы саралар ойоштороу менән шөғөлләнәбеҙ. Һәр айға план төҙөлгән, мөһим темалар билдәләнгән. Айырыуса йәйге каникул ваҡытында балаларҙың буш ваҡытын йөкмәткеле үткәреү өсөн уларҙы мауыҡтырғыс эштәргә йәлеп итеү кәрәк. Ямғыр ҡойоп яуыуына, сағыу ҡояштың ҡара болоттар артына йәшеренеүенә ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡлы китаптарҙың тап бында үҙҙәрен көтөүен белә уҡыусылар.
Һауа торошо кәйефебеҙҙе һис тә боҙа алмай, сөнки беҙ күңелле саралар менән уны күтәрә беләбеҙ. Милли традициялар һәм мәҙәниәт менән яҡындан таныштырған сағыу балалар һабантуйын үткәрҙек, милли уйындар шул тиклем шатлыҡлы, мауыҡтырғыс булды – хис-тойғоларҙы һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Һабантуй ярыштарҙан тыш, берҙәмлек, дуҫлыҡ, традицияларға хөрмәт тә тигән һүҙ. Уйын-көлкө менән үткән байрамдар ҡыуанысы балалар күңелендә оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ әле.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн дә үҙенсәлекле үткәрҙек. Ни өсөн ябай ғына нәфис аҡ сәскәнең байрам символы булыуын белдек, уның менән бәйләнгән тулҡынландырғыс иҫтәлектәрҙе һәм легендаларҙы тыңланыҡ. Аҙаҡ һәр кем фантазияһын, оҫталығын егеп, үҙе теләгән материалдан мөхәббәт һәм хәстәрлек символын эшләне. Ата-әсәләренә, олатай- өләсәйҙәргә бик матур бүләк булды.
Әлбиттә, тулҡынландырығыс, фәһемле саралар ҙа үтә беҙҙә. Шул сәғәттәрҙең береһендә Бөйөк Ватан һуғышы, тыныслыҡтың нисек, күпме ҡорбандар менән яуланыуы, ни өсөн һалдаттарҙың батырлығы халыҡ күңелендә мәңге онотолмаясағы тураһында фекер алыштыҡ. Киләсәкте нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ, тигән һорауға балалар үҙҙәре эшләгән һүрәттәр менән яуап бирҙе– аҡ ҡағыҙҙа яҡты ҡояш, ирекле ҡоштар, йөҙҙәрҙә йылмайыу, тыныс тормош...
Ҡоҙаш китапханаһының төп йүнәлеше – илһөйәрлек һәм экологик тәрбиә биреү, тыуған төйәккә һөйөү уятыу. Был тойғоларҙы халҡыбыҙҙың һәм тыуған еребеҙҙең тарихынан башҡа йәш быуында тәрбиәләү мөмкин түгел.Ошо ҙур әһәмиәткә эйә бурысты ауылдың бәләкәй генә китапханаһы иңенә алған һәм уны намыҫ менән башҡарыуын дауам итә.
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә балалар әүҙем ҡатнаша. Өлкәндәр яҡташтарыбыҙға күстәнәскә туҡмас ҡырҡып әҙерләгәндә, уҡыусылар менән үҙебеҙҙең яландарҙа үҫкән киптерелгән хуш еҫле үләндәрҙән әҙерләнгән сәйҙе пакеттарға тултырҙыҡ, – ти Индира Гәрәева. – Китапхана элеккесә тынлыҡ хөкөм һөргән , туҙан ҡунған кәштәләрҙе хәтерләтмәй, беҙ был ҡалыптарҙы емерергә тырышабыҙ. Ул аралашыу, ижад һәм үҫеш өсөн заманса киңлек ролен үтәй. Беҙҙең иң яҡшы сараларҙа “Пушкин картаһы” буйынса ҡатнашырға мөмкин. Дәүләт ваҡытты ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн шундай яҡшы ғәмәлдәр уйлап таба. Китапхана һеҙгә йөкмәткеле программа әҙерләйәсәк, бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай.
Китапханасы бөгөн үҙенең дүрт ҡыҙы – 14 йәшлек Алина, 12 йәшлек Гөлшат, 10 йәшлек Рания һәм алты йәшлек Ралина менән килгән, уларға әхирәттәре лә ҡушылған. Бөгөн дә балаларҙы ҡыҙыҡлы осрашыу, уҡыған китаптары тураһында фекер алышыу көтә.
“Ҡыҙҙарым – минең иң тырыш ярҙамсыларым, – ти күп балалы әсә Индира Рәзиф ҡыҙы. – Хужалыҡта ғына түгел, китапханала саралар ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Бөтәбеҙ ҙә бөгөн Санкт-Петербургта эшләгән тормош иптәшемдең – Радик Рәсим улының тиҙерәк өйгә ҡайтыуын көтәбеҙ. Фатирҙы ипотекаға алғанлыҡтар, түләүҙәр байтаҡ, ҡыҙҙар ҙа бер-бер артлы үҫеп килә, уларға белем бирергә, һөнәрле итергә кәрәк, шуға күрә иремдең си ҡатын-ҡяткә эшкә китеүенә риза булдыҡ. Ауырлыҡтар онотолор әле бер заман, сабыр итәйек, ҡулыбыҙҙан килгәнде күңел һалып башҡарайыҡ, тип өйрәтәм ҡыҙҙарымды ла”.
Хәҙерге заман ҡатын –ҡыҙы яҡшы хеҙмәткәр генә түгел, ишле һәм татыу ғаиләнең терәге һәм йорт йәмен һаҡлаусы ла. Ә бөгөнгө китапханасы социаль селтәрҙе алып барыусы, IT белгесе, мәҙәниәт проекттары менеджеры, мәғлүмәттәрҙе анализлаусы, мәҙәни мираҫты һаҡлаусы сифаттарын бер үҙендә туплаған белгес. Индира Рәзиф ҡыҙына сауаплы хеҙмәтендә етди уңыштар, яңы идеялар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Динә Арыҫланова.
Тәтешле районы.
Тәүге фотола Индира Гәрәева дүрт ҡыҙы менән бергә.
Резеда Шәңгәрәева фотолары.