Ришат Төхвәтуллин атаһына хәтәр шәп бүләк яһаған!

“Атайымдың күҙҙәре йәшләнде”, - ти йырсы. Был осраҡта йәшләнер ҙә шул...

Ришат Төхвәтуллин атаһына хәтәр шәп бүләк яһаған!Ришат Төхвәтуллин атаһына хәтәр шәп бүләк яһаған!
Ришат Төхвәтуллин атаһына хәтәр шәп бүләк яһаған!

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин үҙенең атаһы Айрат Төхвәтуллинға хәтәр шәп сюрприз яһаған. Уға машина бүләк иткән. Был туралағы видеояҙманы йырсы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә урынлаштырған.

- Беренсе тапҡыр беҙ дуҫтарым менән тәүге машинам артынан 2017 йылда барҙыҡ. 10 йылға яҡын ваҡыт үткән. Әле шул уҡ компания менән яңыһын алырға барабыҙ. Тиң был юлы беҙҙең менән атай ҙа бара. Иң ҡыҙығы: ул беҙҙең ҡайҙа барғанды аҙаҡҡа тиклем белмәне. Юл буйы: “Нишләп мине эштән алып киттегеҙ? Ҡайҙа барабыҙ?”- тип һорашты. Мин йылмайып ҡына: “Сабыр ит, барыһын да белерһең, тинем,  – ти Ришат.

Кадрҙарға ҡарағанда, йырсы атаһына BMW X7 кроссоверын бүләк иткән.  

 

Сығанаҡ: kazanfirst.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас