"Йөрәгем әрней..."

Йырсы Рөстәм Асаев ҡыҙы Гөлназ тураһында нимә тигән?

"Йөрәгем әрней...""Йөрәгем әрней..."
"Йөрәгем әрней..."

Башҡортостандың атҡаҙанған, Татарстандың халыҡ артисы Рөстәм Асаевтың ҡыҙы Гөлназ менән бергә йырлауын тамашасылар көтөп ала. Уларҙың дуэттары илаһи моңо, энергетикаһы менән айырылып тора.

Рөстәм Асаев үҙенең бер әңгәмәһендә ҡыҙы тураһында былай тигән:

“Гөлназдың энергетикаһы көслө, уның янында үҙеңде ҙур шәхестәр менән сығыш яһаған кеүек хис итәһең. Был сифат бар йырсыларҙа ла булмай. Гөлназдың үҙенең юлы, йөҙө бар. Ҡыҙым булғанға маҡтау түгел, йырсының йырсыға биргән баһаһы ул. Ғөмүмән, үҙ алдында бер ҡасан да маҡтағаным юҡ уны. Күберәк тәнҡитләйем. Үҫмер сағында үпкәләй ине, хәҙер аңлай.

Гөлназ – көслө шәхес. Көслөләр тирәһендә һүҙҙең төрлөһө була. Ғәҙел тәнҡит икән, тыныс ҡарайым. Ләкин юҡ ҡына нәмәне лә күпертеү, нахаҡ һүҙҙәр булһа, йөрәгем әрней”.

Сығанаҡ: vatantat.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас