Сибайҙан йәш модель Таиландта еңеү яуланы!

Матурлыҡ һәм талант өлгөһө.

Сибайҙан йәш модель Таиландта еңеү яуланы!Сибайҙан йәш модель Таиландта еңеү яуланы!
Сибайҙан йәш модель Таиландта еңеү яуланы!

Сибайҙан йәш модель Вероника Кокотюха Таиландта балалар араһында уҙғарылған TEEN STAR INTERNATIONAL-2026 халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны.

Вероника был конкурста "3-сө вице-мисс" исеменә лайыҡ булды, шулай уҡ "Иң яҡшы дефиле" номинацияһында еңеү яуланы.

Сибай ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Верониканың халыҡ-ара аренала дебюты уңыш менән тамамланған. Ул яңы тәжрибә, титул, таж алды һәм Сибайҙан үҙенең йәшендә халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған тәүге йәш модель булған.

Апрелдә Вероника Кокотюха "Кескәй мисс Башҡортостан-2026" республика матурлыҡ конкурсында еңеүсе булғайны.

Верониканы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Сығанаҡ: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Сибайҙан йәш модель Таиландта еңеү яуланы!
Сибайҙан йәш модель Таиландта еңеү яуланы!
Сибайҙан йәш модель Таиландта еңеү яуланы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас