“Шүлгән-фест” дуҫтарын йәйге байрамға йыйҙы

Тарихи-мәҙәни музей комплексында милли фестиваль үтте

“Шүлгән-фест” дуҫтарын йәйге байрамға йыйҙы“Шүлгән-фест” дуҫтарын йәйге байрамға йыйҙы
“Шүлгән-фест” дуҫтарын йәйге байрамға йыйҙы

Кисә, 25 июлдә, Шүлгәнташ мәмерйәһе яны халҡыбыҙ мәҙәниәтен, йолаларын хөрмәт иткән, бай рухи хазинаны киләһе быуындарға ла күрһәтеп, уларҙа ҡыҙыҡһыеыу уятырға, артабан тапшырырға теләгән әүҙемдәрҙе йыйҙы.

Быйылғы “Шүлгән-фест” музейҙың асылыу көнөнә бағышланды. Байрамға республиканан, унан ситтә йәшәгәндәр ҙә күпләп килде, тип хәбәр итә музейҙың матбуғат хеҙмәте.

Фестиваль хәҙер инде йолаға әүерелде, тиергә була, сөнки ул йылына ике тапҡыр – ҡыш көнө һәм йәйгеһен ойошторола. Музей комплексының асылыу көнө 9 июлдә булғанға ла, йәйге сара айырым мәғәнәгә эйә.

“ШүлгәнFest»тың әһәмиәте – халыҡ уйындары, турнирҙар, оҫталыҡ дәрестәре, экускурсиялар аша ҡунаҡтарҙы борондан килгән башҡорт мәҙәниәтенең байлығы менән таныштырыу. Күркәм байрамға килгән халыҡ төрлө сараларҙы күреп-тыңлап ҡына ҡалмай, ә хатта үҙе лә ҡатнашып, боронғо һөнәрҙәрҙә үҙ көсөн һынап ҡарай ала.

Фестивалдә иң мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙың береһе – әлбиттә, спорт ярыштары. Милли көрәш буйынса Урал батыр кубогына, уҡтан атыу буйынса Шүлгәнташ кубогына көс һынашыуҙа Әбйәли, Архангел, Баймаҡ, Бөрйән, Дыуан, Ейәнсура, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш һәм Хәйбулла райондары, Өфө, Сибай, Күмертау ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты. Был ярыштар һәр саҡта ла көйәрмәндәрҙе, тамашасыларҙы уртаҡ бер тулҡынға көйләп, онотолмаҫ кисерештәр бүләк итә.

Уҡсылар араһында Баймаҡтан Илфат Мырҙағәлин абсолют еңеүсе булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөрйән районынан Илүзә Норотҡолова менән Әбйәлилдән Миләүшә Хәлилова, ир-егеттәр араһында Баймаҡ районынан Ғәфүр Рахманғолов менән Бөрйәндән Сынбулат Юлбирҙиндар ҙа ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште. Командалар араһында Баймаҡ районы уҡсылары еңеү яуланы.

Урал батыр кубогына ярышта йәштәр араһында, өлкән ир-егеттәр араһында иң көслөләр билдәләнде. Мауыҡтырғыс турнирҙа тәжрибәле спортсыларҙан Ейәнсуранан Арыҫлан Солтанбаев, Дыуандан Динар Латипов һәм Эдуард Ишмырҙин, Стәрлебаштан Азамат Собханғолов еңеүселәр тип танылды.

Был ике иң ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ярыштың суперфиналына, ойоштороусылар әйтеүенсә, 500-ҙән артыҡ тамашасы йыйылған.

Фестивалдең матур биҙәге – кәсепселәр йәрминкәһе. Быйыл унда Бөрйәндән, Әбйәлилдән, Учалы, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән һәм Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан оҫталар ҡатнашты. Күргәҙмәне хәтерләткән йәрминкәлә нимә генә юҡ – күндән, ағастан, таштан яһалған әйберҙәр, биҙәүестәр, милли кейем өлгөләре, боронғо технология буйынса үрелгән сыбыртҡы, уйынсыҡтар, ҡулдан әҙерләнгән һабын, үлән сәйҙәре!

Оҫталар үҙ ҡулдары тыуҙырған матурлыҡты һатып ҡына ҡалманы, ә теләгәндәргә уларҙы эшләү серҙәрен дә уртаҡлашты, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа көй сығарырға өйрәтте. ҡурайҙа, ҡумыҙҙа көй сығарырға өйрәтте.

Күңелдәргә рух өҫтәгән, күтәренкелек биргән сағыу милли фестиваль амфитетарҙа ҙур концерт менән тамамланды. Башҡорт эстрадаһының билдәле артистары ҡатнашҡан сара ике меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы.

Фотолар: "Шүлгәнташ" музейының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас