

Бөгөн, 27 июль, күптәрҙең яратҡан йырсыһы, ҡабатланмаҫ талант эйәһе Хәниә Фәрхиҙең вафат булған көнө. Йырсының фанаттары уны онотмай, һәр ваҡыт оло хөрмәт менән иҫкә ала, ә йырҙары бөгөн дә популярлығын юғалтмай, меңәрләгән тыңлаусыһының йөрәк түрендә йәшәй.
Йырсы тураһында үҙе иҫән саҡта артыҡ һөйләп бармаған, йәғни сәхнә артында ҡалған серҙәр менән бүлешәбеҙ.
Йырсының үҙ фамилияһы – Хәлиҙуллина, тормошҡа сыҡҡас - Биктаһирова, ә Фәрхи псевдонимын ул атаһы Фәрхлислам хөрмәтенә һайлаған.
Ул 17 йәшендә Мәскәүҙәге туҡыу училищеһына, артабан ошо уҡ йүнәлештәге институтҡа уҡырға инә, әммә бер үк мәлдә музыка менән дә шөғөлләнә.
Сәхнәгә бәйле хеҙмәт юлын Татар дәүләт республика күсмә театрында актриса булараҡ башлай.
Хәниә Фәрхиҙең репертуарында 300-ҙән ашыу йыр була. Күп кенә йырҙарының һүҙҙәрен йырсы үҙе ижад иткән.
Йырсының ике ҡыҙы – Әлиә һәм Алһыу, ике ейәнсәре – Әминә һәм Йәсминә, ейәне Рамаҙан бар. Улар менән Хәниә Фәрхи һәр ваҡыт ғорурланып йәшәне.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә ҡыҙы Алһыуҙың тормошонда матур ваҡиға булды: ул яратҡан кешеһе менән никахын теркәне.
Бөгөн йырсының яҡындары, дуҫтары, уның ижадын яратыусылар, яҡташтары – тәтешлеләр талант эйәһе Хәниә Фәрхиҙе хөрмәтләп иҫкә алды, күптәр “Туғыҙ йыл һинһеҙ” тип яҙып, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Сығанаҡ: vk.ru/haniafarhi