

Оҙаҡ ауырығандан һуң 39 йәшендә күп кенә билдәле артистар менән эшләгән тауыш операторы Илнар Фазулов вафат. Яр Саллыла йәшәгән артисҡа 39 йәш була.
Уның вафаты тураһында артистар Гөлназ Асаева, Айгөл һәм Ришат Шәйхетдиновтар хәбәр итә. Улар мәрхүмдең ғаиләһенең — ҡатыны Эльмираның, балаларының һәм башҡа туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
Илнар Фазулов күп йылдар яман шеш сире менән көрәшә. Диагноз уға биш-алты йыл элек ҡуйыла, шунан һуң ул бер нисә операция кисерә, дауалана. Һәм, күрәһең, ауырыуҙы еңеп, яңынан эшкә сыҡҡан... Әммә ике йыл элек сир ҡабат үҙен һиҙҙерә башлай. Илнар ҡыш башында ғына был бәләне еңергә өмөтләнгән була әле, декабрҙә гастролдәрҙә лә йөрөй.
Илнарҙың беренсе никахынан өс улы була, бығаса улар тураһында хәстәрлек күрә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында уға ҡатыны Эльмира ярҙам итә — был уның икенсе никахы.
Илнар Фазулов эстрадала күп кенә артистар — Гөлназ Асаева, Әнүәр Нурғәлиев, Алмаз һәм Айҙар Юнысовтар һәм башҡалар менән бергә эшләй.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Гөлназ Асаева архивынан.