

Өфөлә Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә эшләп килгән “Аманат” ансамбле күптән түгел Төркиәлә ойошторолған Халыҡ бейеүҙәре буйынса халыҡ-ара фестивалдә Рәсәй һәм Башҡортостан исеменән сығыш яһап ҡайтты. Халҡыбыҙ мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәткән коллектив етәкселәренең береһе менән әңгәмәләшеп, уларҙың тәьҫораттарға тулы бәйәнен тыңлау күңелде ҡанатландырҙы.
Күләмле мәҙәни ваҡиға планетабыҙҙың бихисап иленән төрлө мәҙәниәт үә йолалар йөрөткән халыҡтар вәкилдәрен берләштергән. Бында 17 илдән 680 бейеүсе ҡатнашҡан. Улар Албания, Алжир, Болгария, Грузия, Иран, Колумбия, Косово, Ҡырғыҙстан, Мексика, Молдова, Румыния, Төньяҡ Македония, Сенегал, Сербия, Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы, Чили данын яҡлаған. Республикабыҙ ғына түгел, тотош илебеҙ исеменән сығыш яһау бурысын В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто “Аманат” халыҡ бейеүе ансамбленә ышанып тапшырған. Коллективтың художество етәкселәре – Нәзифә менән Әнфәр Нурмөхәмәтовтар.
“Аманат”тар Төркиәнең ун ҡалаһында сығыш яһаған. “Гөлнәзирә”, “Ҡаһым түрә”, “Ете ҡыҙ”, “Йәшлек” бейеүҙәре, “Байбулды көйҙәре” композицияһы, Айгиз Хашимовтың ҡурайҙа уйнауы, Артур Әлибәковтың баян моңдары тылсымлы мөхит тыуҙырып, төрки ҡәрҙәштәрҙе сағыу үҙенсәлеккә эйә башҡорт мәҙәниәтенә ғашиҡ иттергән.
Социаль селтәрҙәргә милли ансамблебеҙҙең ҡала урамдары буйлап ҡурай моңона бейеп үткәне төшөрөлгән видеояҙма һалынғайны. Төркиә тамашасыларының беҙҙең береһенән-береһе һылыу, һомғол егет-ҡыҙҙарҙы алҡышлағаны, хуплау һүҙҙәре ишетелә унда. “Чок гүзәл, чок гүзәл!” – тип һоҡланыуын белдерә төрөктәр.
Фестивалдең гала-концертында инде “Аманат”ҡа ҙур хөрмәт күрһәтелә: башҡорт бейеүселәренең талантын, юғары башҡарыу оҫталығын танып, ойоштороусылар коллективҡа тамашаны ябыу хоҡуғын тапшыра. Башҡорт бейеү сәнғәтенең аҫыл өлгөләренең береһе – “Гөлнәзирә” фестивалгә матур нөктә ҡуя! “Аманат”тарҙың сығышы, тамашасылар менән бер рәттән, башҡа илдәрҙән килгән сәхнәләштәрендә лә ихлас һоҡланыу, ихтирам уята.
Шулай итеп, “Аманат” ансамбленең халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыуы, беренсенән, донъяның сит тарафтарында ла башҡорт мәҙәниәтен танытыу өсөн әһәмиәтле булһа, икенсе яҡтан, башҡорт хореография мәктәбенең юғары оҫталыҡҡа эйә таланттар әҙерләгәненә тағы бер дәлил булды.
Нәзифә НУРМӨХӘМӘТОВА, ансамблдең художество етәксеһе:
– Мартта В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортонан абруйлы халыҡ-ара фестивалдә Рәсәй исеменән ҡатнашырға тигән тәҡдим алғас, сикһеҙ ғорурланыу кисерҙек. Бейеүселәрҙән 12 пар бара тип хәл иттек тә, апрелдә үтә торған ҙур концертыбыҙға ла, фестивалдәге сығыштарға ла бер ыңғай әҙерләндек.
Төркиә тамашасыһы беҙҙе шул ҡәҙәре үҙ итеп, яратып ҡабул итте. Ҡурай моңон тамашасылар ниндәйҙер айырым йылылыҡ менән тыңлай, сығыштар араһында ритайым ойошторғанда өлкәндәр генә түгел, хатта балалар бейергә төшөп китә. Беҙҙең ир-егеттәр бейеүендә бер кемдә лә тиерлек осрамаған үҙенсәлек бар бит – сығыш яһағанда дәртләндергес һүҙҙәр әйтеп ҡысҡырыу – шуны сәхнә артында ҡарап торған төрөк малайҙарының, түҙмәй, уларға оҡшатып һайтылдап ебәргәнен күреү үҙе бер тамаша ине.
Егеттәребеҙ “Ҡаһым түрә”не бейегәндә сәхнә дер һелкенә, ундағы микрофон, башҡа нимә шылып китә – бар тамашасы был күренешкә һоҡланыуын белдереп алҡышлай; хеҙмәткәрҙәр баяғы әйберҙәрҙе тоторға, турайтып ултыртырға тип йүгерешә, ә үҙҙәре башҡорт бейеүенең ҡеүәтенә таң ҡалып, шул ыңғайҙа видеоға ла төшөрөп ҡалырға тырыша!
Ниндәй ҡалаға килһәк тә, концерт алдынан ансамблебеҙ гүзәлдәрен һәм егеттәрен халыҡ күреп ҡалыуы була, фотоға төшөргә тип тирә-яҡтан уратып ала, кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе тотоп ҡарай, тел шартлатып һоҡланыуын белдерә – ошо мәлдә тыуған кисерештәр үҙе бер иҫтәлек. Күңелдә үҙебеҙҙе халҡыбыҙҙың лайыҡлы вәкилдәре итеп күрһәтә алыуыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе урғыла.
...Сит илдә халҡың көйҙәрен, бейеүҙәрен ишеттергәндә-күрһәткәндә туған мәҙәниәтебеҙҙең хайран ҡалырлыҡ байлығына, матурлығына, борон-борондан һаҡланып, дауам итеп килеүенә ифрат ғорурланаһың, әҫәрләнәһең, бер һүҙ менән әйткәндә, мең төрлө хискә солғанаһың. Бына ҡыҙҙар-егеттәр репетицияла “Гөлнәзирә”не ҡабатлай, мин видеоға төшөрәм, һәм шул ваҡытта ирекһеҙҙән күҙемдән туҡтамай йәш аға... Төрлө ил ҡатнашҡан ҙур фестивалгә әллә ҡайҙан, алыҫтан килеп, халҡыбыҙҙың аҫыл рухи мираҫын күрһәтеүсе икәнебеҙҙе тойоу тәндәрҙе земберләтә. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған хазинаны һаҡлау, артабан тапшырыу бурысын атҡарыусылар рәтендә булыуыбыҙ әйтеп кенә аңлатҡыһыҙ хистәргә сорнай ҙа артабан ең һыҙғанып ижад итеүгә этәрә!
Фото: ансамбль архивынан.
"Башҡортостан" гәзитенең рәсми МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan