Дала йыры

"Кеше һөйөүе өсөн кемдер ғүмере менән түләргә тейешме?.. Һөйгәндәр һәр ваҡыт бергә була алмай. Ҡайһы саҡта мөхәббәт йыр булып ҡала", – ҡыҙҙың күҙҙәре моңһоу, әммә тауышы тыныс ине...

Дала йырыДала йыры
Дала йыры

(Нәҫер)

Был хәл ата-бабаларҙың ҡартатайҙары йәш саҡта булған.

Йәй. Күҙгә күренмәҫ алыҫлыҡҡа һуҙылған дала. Дала буйлап – эҫегә аҡ баштарын эйгән ҡылған даръяһы. Онотҡанда бер ел әҫәренең остоғо ялҡауланып ҡына уларға ҡағыла ла тағы тынып ҡала.

Ошондай көндәрҙең береһендә Юрматы ырыуы егете Ирназар үҙ бауырҙаштарына ҡушылып, Туҡ буйҙарына йомош менән юлланды. Егерме йәше менән барған егет тыумыштан уҡ-һаҙаҡ менән таныш. Башҡа егеттәр кеүек бала саҡтан атта сабып, һунарға йөрөү ҙә – уның өсөн ғәҙәти шөғөл. Шуға ла уға атаһы, ырыу башлығы Дәүләтҡол, күршеләргә йомош менән юлға йыйынған төркөм менән бергә барырға ҡушты.

Юлдаш ауылына еткәс, юрматылар йылға буйына аттарын һыу эсерергә төштө. Ошонда беренсе тапҡыр күрҙе лә инде егет Аҡсулпанды. Сәстәрен икегә бүлеп үргән ҡыҙ бында кер йыуырға килгән. Уның нәҙек оҙон ҡулдары һәр әйберҙе ентекләп һыуҙа ышҡый, унан ипләп кенә һығып алып, эргәләге ағас тасҡа һала. Әйтерһең, ул ниндәйҙер серле эш атҡара.

Ҡыҙ был ябай ғына эште шул тиклем нәзәкәтле итеп, оло теләк менән башҡарҙы – ошо һәм тағы ла ниндәйҙер әйтеп бөтмәҫлек сере менән егетте арбаны ла ҡуйҙы. Егетте генәме һуң, уның юлдаштары ла ҡыҙ яғына күҙ ташлап алды. Алһыу төҫтәге күлдәк кейгән ҡыҙ йылға буйындағы башҡа ҡатындарҙан айырыла ине шул: улар бөтәһе лә тиерлек етен төҫөндәге, күк, йә йәшел кейемдә ине...

Кисен ситтән килгән ҡунаҡтар хөрмәтенә ауыл эргәһендәге тигеҙ туғайлыҡта табын ҡоролдо. Юлдаш халҡы, иң матур кейемдәрен кейеп, оҫталар уйын ҡоралдарын тотоп, ҡатын-ҡыҙ аш-һыу менән килде.

Ирназар ҡарашы менән халыҡ араһынан алһыу күлдәкле ҡыҙҙы эҙләне. Ырыуҙары араһында ата-бабаларҙың ҡаны менән нығытылған боронғо дуҫлыҡ булһа ла, дала ҡануны бар: ҡыҙ ғаиләне нығытыу өсөн йәки атаһы хәл иткәнсә кейәүгә сығырға тейеш...

Бер мәл егеттең һул яғында ҡылҡумыҙ моңо яңғыраны. Ул көсәйгәндән-көсәйҙе. Халыҡ тауышы тымды. Әйтерһең дә, был моңда бер үк ваҡытта ҡыуаныс, борсолоу, ҡоштар һайрауы, аттар сабышы, йылға аҡҡан тауыш һәм тағы әллә күпме тормоштоң үҙе кеүек төрлө, әйтеп тә, аңлатып та бөтөрә алмай торған көс бар.

– Һай, Аҡсулпан, моңло бала...

– Бәхетле була күрһен балаҡай, бигерәк матур уйнай...

– Дала моңо бит был...

Егет кем уйнағанын шунда уҡ аңланы – был бит һыу буйында осратҡан ҡыҙ. Ирназар бөтә донъяһын онотоп тыңланы. Бына ул яйлап ҡына ҡыҙ яғына атланы. Ул күҙҙәрен йомоп ултыра ине. Йөҙө болотһоҙ төндә тулы ай кеүек ине. Моң туҡтаны, ҡыҙ күҙҙәрен асты. Бер аҙ арыраҡ ҡаршыһында баҫып торған егетте күргәс, ҡурҡманы. Ҡарашында дала ҡыҙҙарына хас тыныс көс бар ине.

– Һин ел иҫкәнен тыңлайһыңмы, әллә минең уйнауымдымы? – тип һораны ул.

– Һине тыңлайым, – тине егет.

Был кисте улар ғүмерҙәренең һуңғы минутына тиклем онотманы: ошо мәлдә йәштәрҙең күңелендә сәсәндәр йырлаған мөхәббәт хисе уянды. Йәштәр, таң атып, томан ергә түшәлгәндә, башҡаларҙың күҙҙәренән йәшереп осрашты. Юҡ, улар мөхәббәт тураһында һөйләмәне. Далала һүҙҙәр артыҡ, кеше башҡарған эше менән һынала. Ирназар һунарға йөрөгәндә булған көлкөлө хәлдәрҙе бәйән итте. Ҡыҙ бала сағын иҫкә алды. Йәштәр йондоҙҙарға ҡараны, иртәгәһенә көн ниндәй булырын юраны.

Бер көн Аҡсулпан егеткә күрше ырыу менән татыулыҡты нығытыр өсөн атаһы уны ырыу башлығының улына бирергә вәғәҙә иткәнен әйтте. Егет аптырап ҡалды. Ни эшләргә һуң? Кеше вәғәҙәһен боҙоу – ҙур гонаһ. Әммә хистәре ташып торған егет ҡыҙға:

– Мин һине үҙем менән алып китәм. Атым ышаныслы, Уралтау аръяғына, беҙҙе тапмаған ергә китербеҙ! – тине.

– Әгәр китә ҡалһаҡ, ырыуҙарыбыҙ йәнә һуғыш башлар. Беҙҙең өсөн ҡан түгелер. Кеше һөйөүе өсөн кемдер ғүмере менән түләргә тейешме?

Ирназар өндәшмәне. Егет һәр саҡ үҙе менән йөрөткән хәнйәрен йән көсөнә ҡыҫты. Ул һөйгәненә, уның туғандарына, ырыуҙаштарына насарлыҡ ҡыла, яҡындарының үлеменә сәбәпсе була алмай.

– Нимә эшләргә һуң? – тип һораны ул, тауышы ҡалтырап китте.

Аҡсулпан яҡыныраҡ килеп, уның иңбашына ҡағылды.

– Һөйгәндәр һәр ваҡыт бергә була алмай. Ҡайһы саҡта мөхәббәт йыр булып ҡала, – ҡыҙҙың күҙҙәре моңһоу, әммә тауышы тыныс ине.

Иртәгәһенә таң менән юрматылар үҙ яҡтарына юл алды. Беренсе ҡалҡыулыҡҡа еткәс, Ирназар һөйгәнен мәңгегә ҡалдырып киткән ауылға әйләнеп ҡараны. Күңелендә ташҡан хистәр тынғы бирмәй, улар берсә, “Аҡсулпан дөрөҫ әйтте, һөйөү аяныслы булырға тейеш түгел” ти, берсә, “их, егет, һүҙеңде һүҙ итмәнең” ти...

Йылдар үтте. Ирназар – яуҙарҙа дан алған батыр. Ул өйләнгән, улдары үҫеп еткән, улар уҡ-һаҙаҡ тоторға өйрәнгән, шәп һунарсылар. Һәр көҙҙөң бер көнөндә уҙаман үҙе генә, әрем, ҡылған һәм шиңеп барған үлән еҫен алып килгән ел иҫкәндә, ҡурайын алып, ауыл ситенә китә. Йылға ярындағы тауға бара. Бер аҙ һыуға ҡарап ултырғас, ҡулына ҡурайын ала. Көйө ябай, әммә уны ишеткән һәр кемдең йөрәге ҡыҫыла. Унда ат тояҡтары тауышы, дала еленең шаулауы менән бергә ниндәйҙер моң ишетелә, бәлки, һөйгәне менән бергә була алмауы шулай көйгә әйләнгәндер? Бәлки, унда бәхет урынына бурысты һайлаған төндәге хистәр ҙә барҙыр...

Ырыуҙаштары әйтеүенсә, был көй яраларҙы үләндән яҡшыраҡ дауалай. Ирназар мөхәббәт тарихын берәүгә лә һөйләмәне. Был сер тик уныҡы һәм ҡылҡумыҙҙа уйнаған ҡыҙҙыҡы ине.

Һуңғы мәле еткәс, Ирназар эргәһенә ейәндәрен саҡырып алды.

– Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине ул тыныс ҡына, – ысын мөхәббәт ҡорбан талап итмәй, уның арҡаһында ҡан түгелергә тейеш түгел. Ғүмерем буйы бер гүзәлде яраттым. Тик ул бәхетте түгел, ә вәғәҙә менән бурысты һайланы. Бәлки, дөрөҫ тә эшләгәндер.

Ҡарт күҙҙәрен йомдо. Уға йәнә ун һигеҙ ине. Усаҡ төтөнө һәм ҡылған еҫе сыға. Алыҫта ҡылҡумыҙ яңғырай. Ҡыҙ: “Һин елде тыңлайһыңмы, әллә минең уйнауымдымы?” – тип һорай ине.

– Һине тыңлайым, – тип бышылданы ҡарт батыр.

Авторы – Зөлфиә БАСИРОВА.

Фото Эльвира Ишморатованың сәхифәһенән: https://vk.ru/stikhia85 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас