

Ошо арала Санкт-Петербург ҡалаһында “Йырлаусы донъя” халыҡ-ара хор сәнғәте фестивале уҙҙы. Унда Клим Калитов етәкселегендәге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры ҡарамағындағы Малайҙар һәм үҫмерҙәр хоры Юрий Фалик исемендәге XXII халыҡ-ара хор коллективтары һәм вокаль ансамблдәр конкурсының I дәрәжә лауреаты булды. Был престижлы форум үҙенә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән иң яҡшы профессиональ һәм һәүәҫкәр хор коллективтарын йыйҙы.
Юрий Фалик исемендәге конкурс фестивалдең төп ваҡиғаһы. Әйткәндәй, Юрий Александрович күренекле совет һәм Рәсәй композиторы, дирижер, виолончелист һәм педагог, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Санкт-Петербург консерваторияһы профессоры. Уның ижадында хор музыкаһы айырым урын биләй: ул “Литургик йырҙар” тип аталған, Северянин, Цветаева, Пастернак, Пушкин, Ахматова һәм Гумилев кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарына а-капелла хоры өсөн концерттар, “Канцон китабы” һәм башҡа бик күп әҫәрҙәр ижад иткән. Быйыл фестиваль маэстроның тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды.
Төп награданан тыш, шулай уҡ, хор составындағы “Радас” ансамбле “Вокаль ансамбль” номинацияһында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Бынан тыш, коллектив “Петербург композиторы әҫәрен иң яҡшы башҡарған өсөн” тигән махсус диплом алды.
Концертмейстер Камила Зеленинаның эше лә жюриҙың юғары баһаһын алды һәм ул “Иң яҡшы концертмейстер” исеменә лайыҡ булды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда Малайҙар һәм үҫмерҙәр хорының ойошторолоуына өс йыл ғына әле, шулай булыуына ҡарамаҫтан ул республикабыҙҙы халыҡ-ара сәхнәлә бик тә лайыҡлы күрһәтте.
Фото: Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының матбуғат хеҙмәте.