

Стәрлетамаҡта “Мин башҡортса һөйләшәм” фестивале үтте. Ҡалаға 260 йыл тулыуға арналған байрам программаһы сиктәрендә ойошторолған open-air форматындағы концерт башҡорт телен, заманса музыканы һәм ҡала мәҙәниәтен бер сәхнәлә берләштерҙе.
Сәхнәлә башҡорт рок-музыкаһының легендар “Бүреләр” төркөмө, дәртле йырҙары менән BABY Ti һәм тамашасыларҙың яратҡан хиттарын башҡарған Тимур Ямалов сығыш яһаны. Тамашасыларҙың Тимур Ямаловтың йырҙарын бергәләп йырлауы концерттың иң сағыу мәлдәренең береһе булды.
Фестиваль Стәрлетамаҡта тәүге тапҡыр үтте, ҡала халҡын музыка, мәҙәниәт һәм башҡорт теле тирәләй берләштерҙе. Уны Динара Ғәлләмова менән Салауат Заманов алып барҙы. Йырҙар, бейеүҙәр һәм күтәренке кәйеф менән тулы кисәлә Стәрлетамаҡ халҡы башҡорт теленең ҡала мөхитендә нисек иркен, тәбиғи яңғырай алғанын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Фестивалдә 30 мең кеше ҡатнашты.
Фото: Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фондының матбуғат хеҙмәтенән.