Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Сентября , 16:30

Опера һәм балет театры 89-сы миҙгелен асты

Башҡорт балетының йөҙөк ҡашы – “Сыңрау торна”нан башҡарылған сәхнә кисәнең үҙе бер биҙәгенә әйләнде.

Опера һәм балет театры 89-сы миҙгелен астыОпера һәм балет театры 89-сы миҙгелен асты
Опера һәм балет театры 89-сы миҙгелен асты

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры “Гала-балет" программаһы менән 89-сы ижад миҙгелен асты. Хореография сәнғәтен үҙ итеүселәр был осрашыуҙы йәй буйына һағынып көткәндер.

Балет труппаһының художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова әйтеүенсә, программала классик бейеүҙең бөтә төрө – күптән классик өлгө булып танылғандар менән бер рәттән хәҙерге заман, шулай уҡ милли әҫәрҙәр күрһәтелде.

Концертта башҡорт милли хореографияһының йөҙөк ҡашы – “Сыңрау торна”нан башҡарылған күренеш айырым иғтибарға лайыҡ булды. “Етмәҫ” тип аталған заманса хореография өлгөһө премьераһы ла кисәнең биҙәгенә әйләнде.

“Гала-балет” кисе яңы миҙгелде сағыу итеп асып ҡына ҡалманы, ә театрҙың репертуары байлығын, ҡыйыу тәжрибәләргә әҙерлеген дә күрһәтте. Балет сәнғәтенең тамашасылар күңеленә тәьҫир итеүенең үтә көслө икәнен дә тағы бер иҫбатланы.

Татьяна Ломовская фотолары.

Опера һәм балет театры 89-сы миҙгелен асты
Опера һәм балет театры 89-сы миҙгелен асты
Опера һәм балет театры 89-сы миҙгелен асты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас