Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Сентября , 07:30

Яңы моделле өс китапхана асылды

Бында кешеләр ихлас йөрөй. 

Яңы моделле өс китапхана асылдыЯңы моделле өс китапхана асылды
Яңы моделле өс китапхана асылды

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе өс район өсөн күңелле ваҡиғанан башланды: Асҡын, Ауырғазы һәм Балаҡатай райондарында заманса яңы быуын китапханаһы асылды. Уларҙың эшенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе.

Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда биш йыл эсендә “Ғаилә” милли проектына ярашлы яңы форматтағы 22 китапхана эшләй башлаған. Республиканың мәҙәниәт учреждениеларын модернизациялауға федераль бюджеттан 177 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Йәмғеһе Балаҡатай, Белорет, Благовар, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Күгәрсен, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Саҡмағош һәм Шишмә райондаы һәм Салауат ҡалаһында – берешәр, Ҡыйғы районында — ике, Ишембай районында өс китапхана асылған.

Китапханалар уңайлы дизайн-киңлекте, яңы технологияларҙы һәм яңыртылған китап фондын берләштерә һәм уҡыу, эш һәм ижад өсөн заманса интеллектуаль һәм мәҙәни-мәғариф үҙәктәренә әүерелә.

– 2027 йылға республиканың тағы алты муниципалитетынан китапханалар булдырыуға ғариза бирелгән, – тине Наталья Лапшина. – Яңы форматтағы китапханалар – ул китап һаҡлау урыны ғына түгел, ә өлкәндәргә һәм балаларға ҡыҙыҡлы, танып белеү өсөн ваҡыт үткәреү урыны.

Радий Хәбиров был китапханалар райондарҙа йәшәүселәр өсөн йәлеп итеү нөктәһе булыр тигән ышаныс белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас