Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Сентября , 07:00

Башҡортостанға еңеү менән!

Был конкурс-фестивалдә республикабыҙҙың 14 оҫтаһынан торған делегация ҡатнашып, тәүге урындарҙы лайыҡлы яуланы

Башҡортостанға еңеү менән!Башҡортостанға еңеү менән!
Башҡортостанға еңеү менән!

4 сентябрҙән 6 сентябргә тиклем Ҡазанда тәүге тапҡыр “Рәсәй халыҡтарының традицион кейеме” Бөтә Рәсәй фестивале үтте. Сара илдең 20 төбәгенән, шул иҫәптән, Донецк Халыҡ Республикаһынан, Белгород өлкәһенән һәм башҡа төбәктәрҙән йыйылған 400-ҙән ашыу оҫталарҙы, дизайнерҙарҙы һәм ижади коллективтарҙы берләштерҙе.

Был конкурс-фестивалдә республикабыҙҙың 14 оҫтаһынан торған делегация ҡатнашып, тәүге урындарҙы лайыҡлы яуланы.

Бына ул, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө" алдынан еңеү яулап милләттәштәребеҙгә ҙур бүләк эшләүсе уңған оҫталар:

Сәғиҙә Йәнбирҙина – костюм аксессуарҙары номинацияһында Гран-при;

Әлфинә Ғәбиҙуллина – этнографик костюм номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат;

Ләйсән Мөхәмәтйәрова этнографик костюм номинацияһында 3-сө дәрәжә лауреат;

Флорид Вәхитов – костюм аксессуарҙары номинацияһында 3-сө дәрәжә лауреат;

Айгөл “Түбәтәй” Сәйфуллина – костюм аксессуарҙары номинацияһында 1-се дәрәжә диплом;

Фәнүзә Аллағолова этнографик костюм номинацияһында 3 сө дәрәжә диплом;

Зөлфиә Краснова костюм аксессуарҙары номинацияһында 3-сө дәрәжә диплом;

Шулай уҡ, Әлиә Аллағолова - ҡатмарлы техникала матур аксессуарҙар, тамбур техникаһында сигеү, Василий Камалтинов - “Көҙгө мотивтар” коллекцияһы, Фәнисә Миңғәлимова - этнографик костюм номинацияһында ҙур коллекция, Сәриә Ғәбитова һәм Айгөл Кәримова - “Өс быуын” коллекцияһы, Ғәүзәр Мөхәмәтйәрова һәм Гөлнур Сөләймәнова көньяҡ-көнбайыш башҡорттарының матур комплекттары менән уңышлы сығыш яһанылар!

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө ҡотло булһын!

Фотолар: “Башҡорт милли кейеме” төркөмөнән.

Башҡортостанға еңеү менән!
Башҡортостанға еңеү менән!
Башҡортостанға еңеү менән!
Башҡортостанға еңеү менән!
Башҡортостанға еңеү менән!
Башҡортостанға еңеү менән!
Башҡортостанға еңеү менән!
Башҡортостанға еңеү менән!
Башҡортостанға еңеү менән!
Башҡортостанға еңеү менән!
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас