

Бөгөн Өфөлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе. Уның төп темаһы – бөтәһе лә еңеү өсөн!
Сарала сенаторҙар, Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, төбәктең профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, мәҙәниәт учреждениелары, театр-концерт ойошмалары, ижади берекмәләр вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Ултырыш башында Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында Республика Хәрби Дан музейына Советтар Союзы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Георгий Федорович Платоновтың (1923-2022) шәхси архивын тапшырыу тантанаһы үтте.
Радий Хәбиров үҙенең сығышында Башҡортостандың мәҙәни өлкәһе эшенең һөҙөмтәләрен һәм киләсәккә төп бурыстарҙы билдәләне.
– Республикабыҙ мәҙәниәтен үҫтереү буйынса системалы эште дауам итәбеҙ. Тармаҡты финанслауҙы арттырабыҙ. Быйыл федераль бюджеттан 750 миллион һум самаһы аҡса йәлеп ителде. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына ярҙам өсөн рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы. – Шуның арҡаһында “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә яңыларын төҙөйбөҙ һәм ғәмәлдәге мәҙәниәт учреждениеларына капиталь ремонт үткәрәбеҙ. Бөтә балалар сәнғәт мәктәптәре һәм профилле колледждарыбыҙ музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары менән йыһазландырылған. Был аҙнала өс моделле китапхана асылды– уларҙың һаны 25-кә етте. Үрге Ҡыйғы ауылында яңы балалар сәнғәт мәктәбе төҙөлә башлай. Илдәге иң ҙур кино селтәрен яңыртыуҙы дауам итәбеҙ.
Киләһе йылда Өфөлә Бәҙәр Йосопова исемендәге актерҙар йортон реконструкциялау башлана, проект өҫтөндә эш дауам итә, тине ул.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ ижади берекмәләр ҡатнашлығында вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында мәҙәни киңлектәрҙе урынлаштырыу мәсьәләһен эшләргә ҡушты.
– Бөгөн бөтә эшебеҙ ЕҢЕҮ өсөн девизы аҫтында бара! Бында мәҙәниәт өлкәһе айырым роль уйнай. Ижади коллективтарыбыҙ репертуарына махсус хәрби операция геройҙары тураһында әҫәрҙәр һәм программалар инә. Артабан да художестволы әҫәрҙәрҙә, урамдар, парктар, аллеялар, уҡыу йорттары, мәҙәни учреждениелар исемдәрендә геройҙарҙың хәтерен мәңгеләштерәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Бөгөн геройҙарҙың туғандары һәм иптәштәре музейҙарға уларҙың шәхси әйберҙәрен һәм документтарын тарих дәлиле итеп тапшыра. Республика Хәрби Дан музейына муниципалитеттарҙа МХО темаһына арналған йөкмәткеле экспозициялар әҙерләү буйынса методик үҙәк булдырырға ҡушам.
Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт учреждениеларының ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн социомәҙәни реабилитация үҙәктәренә әйләнергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм төбәктең Мәҙәниәт министрлығына был эште республиканың МХО ветерандары ассоциацияһы менән берлектә төҙөргә ҡушты.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова үҙенең сығышында йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә һәм республиканың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлауға айырыуса иғтибар бүлде.
Башҡортостанда Рәсәй тарихи йәмғиәте рәйесе Марат Мәрҙәнов яңы геосәйәси шарттарҙа тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа мәҙәниәт учреждениеларының ролен билдәләне.
Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 200-ҙән ашыу тематик экспозиция һәм күргәҙмә ойошторолған, унда МХО зонаһынан 3 меңдән ашыу экспонат тәҡдим ителгән.
Ултырышта ҡатнашыусылар шулай уҡ традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, дәүләт мәҙәни сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыу, патриотик туризмды үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Композитор, пианист, Башҡортостан композиторҙар союзы ағзаһы Нур Дауытов уҡыусылар араһында “Яҙғы тамсы” республика ижади конкурсын уҙғарыуҙы тергеҙергә тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы төбәктең Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлығына был мәсьәләне ҡарарға ҡушты.
Ултырышҡа йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм мәҙәни объекттарҙы үҫтереү өлкәһендәге төп бурыстарҙы билдәләне. Музей проекттарын тамамлауға һәм 2028 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын үткәреүгә әҙерләнеүгә айырыуса иғтибар бүлергә планлаштыралар.
– Ил президенты республикабыҙҙа ШОС саммитын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был бик ҙур эш күләме – көнкүреш мәсьәләләренән алып инфраструктураны яңыртыуға һәм мәҙәниәт учреждениеларының юғары кимәлдәге ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙерлегенә тиклем, – тине Радий Хәбиров. – Рус драма театры модернизациялауҙы талап итә. Дәүләт циркына килгәндә, федераль бюджеттан аҡса һалынған, әммә сроктар бер аҙ күсерелгән. Быйыл Евразия күсмә цивилизациялар музейын проектлауҙы тамамлайбыҙ. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен бронза менән яңыртасаҡбыҙ, ә иҫкеһен ябыҡ бина өсөн тергеҙәсәкбеҙ. Ижади союздар ҙа заманса шарттарҙа эшләргә тейеш. Яҙыусылар йорто менән мәсьәләне хәл иттеләр, сиратта – Актерҙар йорто. Хәҙер Композиторҙар йортоноң һәм Рәссамдар йортоноң яҙмышын билдәләү мөһим.
Төбәк етәксеһе мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең йәмғиәттең рухи нигеҙен формалаштырыуҙағы айырым ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Совет һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәнғәт алдынғыларына юғары дәүләт нагдаралары тапшырҙы. Мәҫәлән, филармония солисы Азамат Тимеров менән “Асҡар фильм” студияһы директоры Айнур Асҡаров Салауат Юлаев орденын алды.
Балет артистары Софья Сәйетова Һәм Сергей Бикбулатов, шулай уҡ опера солисы Руслан Хәбибуллин (бөтәһе лә — Опера һәм балет театрынан) Башҡортостандың халыҡ артистары булды.
Башҡортостандың халыҡ рәссамдары – Камил Буҙыҡаев һәм Вәкил Шәйхетдинов. Йәштәр кумиры Арыҫлан Тимеров (BABY Ti) Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тип Фаил Кәримов (Күмертау), Гүзәл Сингизова (Сибай), Гөлсәсәк Шаһарғазина (Өфө, И. Исҡужина) лайыҡ булды хореограф Тимур Чугаев Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын алды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.