Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Сентября , 07:30

Салауат Юлаев премияһына кемдәр дәғүә итә?

Премияның положениеһына ярашлы, лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы 11 октябрҙә - Республика көнөндә үтәсәк.

Салауат Юлаев премияһына кемдәр дәғүә итә?Салауат Юлаев премияһына кемдәр дәғүә итә?
Салауат Юлаев премияһына кемдәр дәғүә итә?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия ултырышы үтте. Ултырыш йомғаҡтары буйынса 2026 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына түбәндәге дәғүәселәр тәҡдим ителде:

– Хәсәнов Рим Мәхмүт улы – милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн.

– Фәхертдинов Илшат Мәғәфүр улы – “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы концерт”ты ойошторған өсөн.

– Иҙрисов Фәрит Фәтих улы – махсус хәрби операция яугирҙәренә бағышланған “Башҡорт ирекле батальондарының героик маршы”н һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған “Бөйөк Еңеүҙе ижад итеүселәргә” балладаһын булдырған өсөн.

– Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы, Хәкимов Рөстәм Милләт улы, Мөхәмәтйәнов Рәфис Гәрәй улы – “Бер ғүмер етмәй икән” спектаклен ижад иткән өсөн.

– Рабинович Михаил Исаакович (үлгәндән һуң), Кәримов Илгиз Мостафа улы (үлгәндән һуң), Виданов Вячеслав Иванович, Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы – Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” әҫәре буйынса “Ай һәм япраҡ ҡойолоу” спектакле өсөн.

– Тапаков Хәйҙәр Ниғмәт улы – “Йәшлеккә ҡайтыу” проза йыйынтығы өсөн.

– Яҡшыбаева Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы – “Ер – бөтәһенә лә бер”, “Уҡытыусы бәхете”, “Доға көстәре”, “Зәйнулла-Ишан. Хәҡиҡәт юлында. Хәҡиҡәттән мәңгелеккә” исемле дүрт китабы өсөн.

– Лобанов Владимир Геннадиевич, Хәсәнов Рөстәм Аэзович, Нуриәхмәтов Фирдант Сәлимйән улы, Фәйзуллин Илгиз Фазылйән улы Стәрлебаш районында “41-се йылдың ҡатындары” һәйкәлен төҙөгән өсөн.

Киләһе ултырышта Комиссия дәүләт премияларын биреү тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Һәм премияның положениеһына ярашлы, лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы, 11 октябрҙә - Республика көнөндә үтәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат Юлаев исемендәге өс премия Башҡортостан сәнғәтенә ҙур өлөш индергән, йәмәғәтселек тарафынан танылыу алған иң һәләтле һәм үҙенсәлекле әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн бирелә.

Конкурстың киләһе этабына үткән дәғүәселәр быйылғы йылдың 25 авгусынан 20 сентябренә тиклем матбуғатта һәм киң мәғлүмәт сараларында һәр яҡлап яҡтыртылырға тейеш.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас