Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Сентября , 08:20

"Балалар үҙҙәре лә мине күп нәмәгә өйрәтте"

100 уҡыусы ҡатнашлығындағы “Тел мөхите” форумы нисек үтте?

"Балалар үҙҙәре лә мине күп нәмәгә өйрәтте""Балалар үҙҙәре лә мине күп нәмәгә өйрәтте"
"Балалар үҙҙәре лә мине күп нәмәгә өйрәтте"

7 – 9 сентябрҙә Стәрлебаш районының “Авангард” лагерында “Тел мөхите” йәштәр форумы үтте. Унда республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 14–18 йәшлек 100 уҡыусы ҡатнашты.

Был проекттың төп идеяһы - башҡорт телендә аралашыу, ижад итеү, белем алыу һәм үҙ фекереңде белдереү өсөн мөхит булдырыу.

Форумды Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Йәш яҡташтар берлеге һәм БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы йәштәр советы ойошторҙо. Өс көн буйы ҡатнашыусылар белем алыу һәм ижади программалар менән танышты. Форумда лидерлыҡ, команда менән эшләү, йәмәғәт алдында сығыш яһау, медиа, блогинг, сәнғәт һәм заманса технологиялар тураһында һөйләштеләр. Асыу тантанаһында йәштәр, ойоштороусылар һәм хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова һәм Зариф Байғусҡаров, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, Стратегик башланғыстар агентлығының Башҡортостандағы сервис вәкиле Альбина Ҡасимханова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова булды. Ҡунаҡтар уҡыусыларҙы форумдың башланыуы менән ҡотлап, яңы дуҫтар, идеялар табыу һәм тәжрибә туплау теләне.

Тәүге белем биреү көнөндә төп йүнәлештәрҙең береһе үҙ-үҙеңә ышанысты арттырыу һәм аралашыу күнекмәләрен үҫтереү булды. Психолог Наҙгөл Ҡасимова командала үҙеңде иркен тотоу, идеяларыңды тәҡдим итеү һәм фекереңде әйтергә ҡурҡмау тураһында лекция һәм практик дәрес үткәрҙе. Йәмәғәт алдында сығыш яһау күнекмәләрен ҡатнашыусылар БСТ телеканалының "Яңылыҡтар хеҙмәте" алып барыусыһы Гөлнур Вәлиева менән бергә шымартты. Практик дәрестә йәштәр тауыш, дикция, интонация һәм аудитория иғтибары менән эшләргә, шулай уҡ сығыш алдынан әҙерләнеү алымдарын өйрәнде.

"Бындай форумдар - киләсәктә йәмәғәт ойошмаларында эшләй, үҙ проекттарын тормошҡа ашыра һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша алырлыҡ инициативалы йәштәрҙе әҙерләү ул. Бөгөн беҙ улар өсөн үҙҙәрен күрһәтергә, аралашырға, команда менән эшләргә һәм яуаплылыҡ алырға өйрәнгән мөхит булдырабыҙ. Ә артабан туған телдең үҫеше һәм киләсәге күп яҡтан тап уларға бәйле булыр", — тине Гөлназ Йосопова.

Форумдың тәүге көнө киске концерт менән тамамланды. Ҡатнашыусылар алдында башҡорт башҡарыусылары BABY Ti, IRDAN, Ғәзиз Мөхәмәтов һәм Илнар Ғәниевтәр сығыш яһаны. Бай программа менән үткән көндән һуң йәштәр бергә ял итте, аралашты һәм үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Икенсе көндә Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов мәктәп уҡыусыларын актерлыҡ оҫталығы нигеҙҙәре менән таныштырҙы. Ҡатнашыусылар эмоциялар, тауыш һәм хәрәкәт менән эшләүгә арналған күнегеүҙәр башҡарҙы.

"Балаларға тик мин генә дәрес биреп ҡалманым, улар ҙа миңә күп нәмәгә өйрәнергә мөмкинлек бирҙе. Оҫталыҡ дәресенән һуң ҡатнашыусылар актерлыҡ оҫталығы буйынса курстар үткәреүемде һораны. Ихтыяж булған саҡта яңы проекттарға үҙемә лә тотонорға өйрәнәсәкмен", — тине Шаһит Хамматов.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль бейеүсеһе, "Этностиль" магазинына нигеҙ һалған Миләүшә Хәйбуллина заманса кейемдә башҡорт стиле тураһында һөйләне. Ул милли кейем элементтарын заманса образдарҙа нисек ҡулланырға мөмкин булғанын күрһәтте, артабан ҡатнашыусылар өсөн башҡорт бейеүе буйынса һабаҡ бирҙе. Айырым белем биреү блогы яһалма зиһенгә арналды. Был йүнәлеште яҡшы белгән Заһир Ишкинин был технологиялар менән эшләү нигеҙҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Йәштәр башҡорт телендә контент булдырыу өсөн яһалма зиһен мөмкинлектәрен нисек ҡулланырға икәнен өйрәнде.

Айырым дәрес блогингҡа һәм контент булдырыуға арналды. Иҙел Хәкимов ҡатнашыусыларға блогер эше, социаль селтәрҙәрҙе алып барыу үҙенсәлектәре һәм башҡорт телендә контент тураһында һөйләне. Йәштәр ҡыҙыҡлы темалар табыу, материалды дөрөҫ биреү һәм башҡорт телен популярлаштырыу өсөн заманса медиа майҙансыҡтарын ҡулланыу тураһында фекер алышты. Башҡорт теле өсөн заманса һанлы мөмкинлектәр менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Гүзәлиә Исхаҡова таныштырҙы. Ул башҡорт телендәге мобиль ҡушымталар һәм уларҙың телде көндәлек тормошта ҡулланыуға ниндәй мөмкинлектәр биреүе тураһында һөйләне. Тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау тураһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин һөйләне. Ул мираҫты һаҡлау өлкәһендәге проекттар менән таныштырҙы, "Шүлгәнташ" музейы тураһында бәйән итте һәм ни өсөн тарихты өйрәнеү генә түгел, уны киләһе быуындарға тапшырыу ҙа мөһим икәнен аңлатты.

Традицион мәҙәниәт менән танышыу ҙа ойошторолдо. Этносәғәттә ҡатнашыусылар кейеҙ менән эшләне, үҙ ҡулдары менән милли биҙәүестәр һәм орнаментлы һаҡалсыҡтар яһаны, талҡан әҙерләне, буҙа тәмләп ҡараны һәм таштарға һүрәт төшөрҙө. Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен мәктәп уҡыусылары уйын аша ла өйрәнде. Форумда ҡатнашыусылар республика, уның йолалары, мәҙәниәте һәм тарихы тураһында белемдәрен тикшергән квизда ҡатнашты. "Бауырһаҡ" командаһы еңеүсе булды. Призға Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды өҫтәл уйындары әҙерләгәйне.

"Мин журналист булырға хыялланам. Хәҙер "Йәншишмә" гәзитенең һәм "Аҡбуҙат" журналының йәш хәбәрсеһемен. Форумда миңә айырыуса сығыш яһау оҫталығы һәм журналистика буйынса оҫталыҡ дәресе оҡшаны. Бында күп яңы нәмә белдем һәм үҙемде төрлө йүнәлештәрҙә һынап ҡараным", — ти Илеш районынан Азалия Фаздалова.

Икенсе көндә ҡатнашыусылар алдында популяр бард-йырсы Тимур Ямалов сығыш яһаны. Концерт тамашасы менән йәнле аралашыу булып үтте, мәктәп уҡыусылары артисҡа ҡушылып йырланы ла. Сығыш форумдың киске программаһының иң сағыу өлөштәренең береһе булды.

Проекттың өсөнсө көнөндәге программаның мөһим өлөшө журналистика һәм медиа вәкилдәре менән осрашыуҙар булды. "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина һәм телеканал режиссеры Аделя Сафиуллина ҡатнашыусыларҙы телеканалдың проекттары менән таныштырҙы. Мәктәп уҡыусыларына яҙыусы Зәйнәб Биишева тураһында документаль фильм күрһәтелде, артабан журналист эшенең үҙенсәлектәрен бергәләп тикшерҙеләр.

"Тел мөхите" форумы дөйөм программа менән тамамланды. Ҡатнашыусылар өс көнгә йомғаҡ яһаны, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. "Еп" уйыны һуңғы команда һынауы булды. Ул хеҙмәттәшлек мөхитен һаҡларға ярҙам итте һәм форум тамамланыу символына әүерелде.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, "Тел мөхите"нең бурысы өс көн менән генә сикләнмәй. Бында алған белем һәм күнекмәләрҙе ҡатнашыусылар үҙ мәктәптәрендә ҡулланып, башҡорт телендә үҙ инициативаларын һәм проекттарын булдыра ала. "Тел мөхите" башҡорт теленең заманса йәштәр мөхитендә тәбиғи урын биләй алғанын күрһәтте.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Мәғлүмәт, фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.

"Балалар үҙҙәре лә мине күп нәмәгә өйрәтте"
"Балалар үҙҙәре лә мине күп нәмәгә өйрәтте"
"Балалар үҙҙәре лә мине күп нәмәгә өйрәтте"
"Балалар үҙҙәре лә мине күп нәмәгә өйрәтте"
"Балалар үҙҙәре лә мине күп нәмәгә өйрәтте"
"Балалар үҙҙәре лә мине күп нәмәгә өйрәтте"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас