Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Сентября , 05:55

Милли кейем көнө менән, дуҫтар!

Ул никахында үҙе теккән беренсе ҡашмауҙы кейә. Дуҫтары ярҙамында туған телен ныҡлап өйрәнә. Бөгөн оҫтаны халҡыбыҙ араһындағы ниндәй хәлдәр әсендерә? Башҡорт милли кейеме реконструкторҙарының береһе Хәмдиә ҠУНАҠҠОЛОВАның тормошо, эшмәкәрлеге хаҡында яҙманы уҡығыҙ. 

Милли кейем көнө менән, дуҫтар!Милли кейем көнө менән, дуҫтар!
Милли кейем көнө менән, дуҫтар!

Республикабыҙҙа 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы барлыҡҡа килде. Был башланғыс халҡыбыҙҙың бай матди мәҙәниәтен өйрәнгән оҫталарҙың эшенә ярҙам итеү, күтәрмәләү өсөн дә ифрат файҙалы булды.

Башҡорт милли кейеменең тарихын, боронғо нөсхәләре менән бөгөн тегелгәндәре араһындағы айырманы, һәр биҙәктең тиерлек нимә аңлатҡанын, ҡайһылай булырға тейешен-тейеш түгеллеген яҡшы белә ул. Рухи асылыбыҙҙың зиннәтле сағылышы булған милли кейемебеҙҙе үҙе лә тегә, биҙәүестәребеҙҙе эшләй. Ошо рәүешле туған халҡының матди мәҙәниәтен һаҡлауға, өйрәнеүгә өлөш индерә алғанына кинәнә. Һүҙ – башҡорт милли кейеме реконструкторҙарының береһе Хәмдиә Ҡунаҡҡолова хаҡында.

Никахында үҙе теккән беренсе ҡашмауҙы кейә

Бала сағын, ыуыҙ йәшлеген Красноусолда, аҙаҡ Стәрлетамаҡта юғары белем алғанда ла рус телле мөхиттә үткәргән ҡыҙ Өфөгә килеп юлыҡҡас аралашып, дуҫлашып киткән тиңдәштәре йөҙөндә рухлы милләттәштәрен таба. Улар әсә телен һыу кеүек әсә, рәхәтләнеп һөйләшә, башҡорт театры спектаклдәренә, концерттарға йөрөй, өҙҙөрөп башҡорт йырҙарын йырлай, оса-ҡуна үҙебеҙсә бейергә төшөп китә. Һәр береһе күңеленә туған мөхитенең аҫыл ҡиммәттәрен һеңдереп, туған теленең ғәзиз өндәренә иркәләнеп үҫкән, шуға ла уның баһаһына ла, ҡабатланмаҫ байлыҡ икәненә лә яҡшы төшөнә, ошо ҡомартҡыны һаҡлау өсөн ҙур идеялар менән яна. Үҙҙәре белемле лә, тырыш та, сәмсел дә, тәүәккәл дә, бер һүҙ менән әйткәндә, бар яҡтан килгән йәштәр.

Быны күреп, Хәмдиә үҙ рухи донъяһының ниндәй оло хазинанан мәхрүм ҡала яҙғанын аңлай. Үҙенең кем икәнен аңлатҡан, күңеленең иң төпкөлөнә инеп йәшенгән нескә ҡылдарын табып сиртә алған дуҫтарына һоҡланып та, ҡыуанып та баға. Сарсағанда һыуҙы нисек йотлоғоп эсһәләр, ул да шулай ҡабаланып туған теле моңдарын, халҡы мәҙәниәтен яңынан аса башлай...

Асҡан һайын нығыраҡ ғәжәпләнә, һоҡланыуы торған һайын арта. Баҡтиһәң, исеме лә шул ҡәҙәре матур яңғырай, үҙенә башҡа берәү икән бит!

– Иң мөһиме, дуҫтарыма ҡарата иң ҙур рәхмәтемде йөрөттөргәне – улар береһе лә туған телемде камил белмәүемдән көлмәне, ситләтмәне, саҡ ҡына ла ҡыйыш һүҙ, ҡараш ташламаны. Киреһенсә, миңә ҙур терәк, кәңәшсе, белмәгәнемде өйрәтеүсе булдылар, – тип иҫкә төшөрә героиням үҙенең “ҡабаттан тыуыу” мәлен.

Халҡының рухи хазинаһы менән ҡыҙыҡһыныу артабан уның ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле матди байлығына – милли кейеменә лә барып тоташа. Быныһына дуҫы, тарихсы Юлиә Әбсәләмова сәбәпсе була.

Эшмәкәрлегенә бәйле, ул төрлө сәфәргә, сит илдәргә йыш йөрөй. Бер сәйәхәте 2013 йылда Венгрияға була. Будапешт ҡалаһындағы этнография музейында башҡорт милли кейеме өлгөләре һаҡлана. Юлиә унан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме – боронғо ҡашмауҙың ҡулдан ҡағыҙға күсермәһен эшләп алып ҡайта. “Әле беребеҙ ҙә кейәүгә сыҡмағанбыҙ. Әйҙә, эшләп ҡарайыҡ. Никахыбыҙҙа кейербеҙ”, – тип тәҡдим итә ул бер нисә әхирәтенә. Ҡыҙҙар дәртләнеп, ең һыҙғанып тотона быға. Башланған эш – бөткән эш. Тағы ла бер нисә йылдан һуң Хәмдиә никахында үҙе теккән тәүге ҡашмауын кейә!

Киләсәктә оҫталар араһында танылыр өйрәнсектең йөрәгендә ҡуҙҙы ошо иҫтәлекле ҡашмау тоҡандыра ла инде. Артабан Хәмдиә үҙе кеүек яныусылар менән бергә һаҡал, селтәрҙәр эшләргә өйрәнә, күлдәктәр тегә. Оҫталыҡ дәрестәре лә бирә башлайҙар, был яңылыҡты көтөп алған Силәбеләге милләттәштәр янына ла барып үткәрәләр.

Оҫтаны ниҙәр борсой?

Милли кейем, ул ғына түгел, уның боронғо, йәғни аутентик өлгөләрен өйрәнеүселәр ул саҡта бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа, тора-бара был “әрме” үҫә. Милләтебеҙ тарихы, мәҙәниәте тип янған энтузиастарҙы туплаған “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме студияһы барлыҡҡа килеүе ҡыҙыҡһыныусыларға айырыуса ҙур этәргес, ярҙам була. Кейем өлгөләрен музейҙарға йөрөп ҡарап, китаптарҙан эҙләп табып, тарихи дөрөҫлөккә хилафлыҡ килтермәй эшләр өсөн тәжрибә туплайҙар, ҡулдары нығына, оҫталыҡтары үҫә.

Милли кейемебеҙҙең ҡабаттан ысынбарлығыбыҙға ҡайтыу тарихы Хәмдиә Ҡунаҡҡолова кеүектәрҙең фиҙакәр тырышлығына бәйле, уларға бының өсөн ниндәй рәхмәт яуҙырһаң да, аҙ булыр төҫлө.

Әлеге көндә героинябыҙ – ысын оҫталар араһында күптән үҙ зат, башҡорт милли кейеме оҫталарының “Тамға” конкурсы лауреаты. Уның хеҙмәт юлы ла халҡыбыҙҙың рухи, матди хазиналарын һаҡлау менән тығыҙ бәйле – Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” этноүҙәгендә әйҙәүсе методист булып эшләй, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ағзаһы. “Урал”дың бурысы – Башҡортостан халыҡтарының традицион кәсептәрен һаҡлау, улар буйынса конкурстар үткәреү. Хәмдиә Ҡунаҡҡолова республика буйлап ошондай оҫталарҙы эҙләй, таба. Халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҙә – үҙәктең мөһим эше, был тарихи үҙенсәлектәрҙе яҡшы белгән оҫталарҙың артыуы өсөн үтә әһәмиәтле.

Шуға ла хазинабыҙҙың тарихи дөрөҫлөгөнә зарар килтереп эшләгәндәргә тәнҡит әйтергә, өйрәтергә лә тулы хоҡуғы бар героинябыҙҙың. Был – милли кейемебеҙҙең ни тиклем ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле, уның һәр элементына, һәр сигелгән биҙәгенә, хатта төҫөнә тиклем ниндәй ҙур мәғәнә һалынғаны тураһында белгәндәрҙең йөрәген ауырттырған мәл ул.

– Мәҫәлән, оҡшай, туҡыманың хаҡы ла арзан тип кенә аллы-гөллө төҫтәрҙән күлдәк тегеп кейеү – төптө хата, – тип әсенә Хәмдиә. – Бер-береһе менән ярашмаған төрлө элементтарҙы бергә ҡулланыу, үҙ йәшеңә тап килмәгән кейемде кейеү, биҙәүестәрҙе тағыу ҙа – килешмәгән эш. Әйтәйек, ҡашмау. Уны йәш ҡыҙҙар түгел, тик кейәүҙәге гүзәл заттар ғына кейгән, йәғни ул ир ҡатынының баш кейеме һаналған. Был хазиналарыбыҙҙы сәхнә кейеме менән дә бутарға ярамай, икеһе ике нәмә, бөтөнләй айырыла...

Милли кейемебеҙҙең әһәмиәтен, йөкмәткеһен һаҡлау тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Ул ябай кейем генә түгел, ә тотош тормош фәлсәфәһе, шул тиклем күп мәғәнә, мәғлүмәт һалынған уға. Шуға ла был мәсьәлә – йөрәкте иң ауырттырғаны, – тип көрһөнә оҫта.

Халҡыбыҙҙың борондан килгән ҡомартҡыһын үҙгәртмәй һаҡлауҙы тәүмаҡсат итеп алыусылар, дөрөҫ итеп тегергә, сигергә өйрәнергә теләүселәр, аңлап ҡараусылар арта – шуныһы шатландыра. Һәм бының өсөн Хәмдиә Ҡунаҡҡолова ише халҡыбыҙ хазинаһы һағында тороусыларға – рәхмәттең иң ҙуры.

Фотолар Х. Ҡунаҡҡолованың шәхси архивынан.

Милли кейем көнө менән, дуҫтар!
Милли кейем көнө менән, дуҫтар!
Милли кейем көнө менән, дуҫтар!
Милли кейем көнө менән, дуҫтар!
Милли кейем көнө менән, дуҫтар!
Милли кейем көнө менән, дуҫтар!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас