

10 сентябрҙә Өфөлә "Китап" нәшриәте магазинында "Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәрованың тәүге балалар китабы — "Ҡусты алып ҡайтығыҙ!" йыйынтығының исем туйы үтте.
Сара әҙәбиәт һөйөүселәр генә түгел, ә тотош ғаиләләр өсөн ысын байрамға әйләнде. Китапҡа кескәйҙәр өсөн матур, мауыҡтырғыс шиғырҙар тупланған. Улар йырлап тора, бер аҙ юмор менән һуғарылған һәм шунда уҡ хәтерҙә ҡала. Һәр юлда — бала күңеленә хас ихласлыҡ, тормошто улар күҙлегенән бағып аңлау.
"Был китап минең өсөн бик ҡиммәтле. Унда балаларҙың уй-кисерештәрен, ҡыуаныстарын һәм борсолоуҙарын уларҙың үҙ телендә еткерергә тырыштым", — тине автор, етәксе эше менән бер рәттән ижады менән дә һөйөндөргән Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәрова.
Сарала ҡатнашыусылар китап менән ҡыҙыҡһынып танышты, авторға һорауҙар бирҙе. "Йыйынтыҡта балалар өсөн шәп шиғырҙар тупланған. Улар ябай ҙа, мәғәнәле лә, кинәйәле лә. Һәр береһе бала психологияһын тәрән аңлап, уларса фекерләп ижад ителгән", — тип билдәләне осрашыуҙа ҡатнашҡан яҙыусылар.
Кисәне “Тамыр” телеканалы йондоҙҙарының һәм Тайыповтар ғаиләһенең матур, сағыу сығыштары биҙәне.
"Ҡусты алып ҡайтығыҙ!" китабын "Китап" нәшриәте магазинында һатып алырға мөмкин. Ул һәр ғаилә, бала өсөн — иҫтә ҡалырлыҡ бүләк.
Фото: Илмир Ҡотлогилдин.