Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
12 Сентября , 20:30

Ҡайҙа гармун – шунда йыр!

Малай тәүге гармунын уйынсыҡ урынына күреп, дуҫтары менән илаһи тауыштың ҡайҙан сыҡҡанын аңларға тырышып, уны һүтеп ҡарай. Бындай "эксперименттарҙан" һуң өлкәндәр гармунды йәшерә башлай...

Ҡайҙа гармун – шунда йыр!Ҡайҙа гармун – шунда йыр!
Ҡайҙа гармун – шунда йыр!

Мәҙәниәт – халыҡтың рухы, көс-ҡеүәте. Ә сәнғәт оҫталары, күңелдәрҙе сафландырыусы, милли көйҙәрҙе халыҡҡа еткереүсе йырсылар ғүмер баҡый абруй менән файҙаланған. Дүртөйлө районының Мәҙәниәт йортонда Эльза Әхмәҙиева етәкселегендәге “Бәллүр” халыҡ вокаль-йыр ансамбле шундай сағыу, заманса коллективтарҙың береһе.

Тамашасылар үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын көтөп ала. Айырыуса ансамблдең солисы Рәүеф Кашапов - яҡташтарының оло һөйөүен яулаған шәхес, тип яҙа “Юлдаш” гәзите. Хеҙмәт ветераны сәхнәне лә, музыканы ла ташларға уйламай, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, Шишмә ауылынан райондың мәҙәниәт үҙәгенә репетицияларға беренсе булып килә, сығыштарға етдилек менән әҙерләнә.

Кашаповтар ғаиләһендә йыр бер ваҡытта ла тынмаған. Атаһы гармунсы, клуб мөдире булған. Уның “Ҡайҙа гармун – шунда йыр” тигән ҡанатлы һүҙҙәрен әле лә яҡшы хәтерләйҙәр. Рәүеф тәүге гармунын уйынсыҡ урынына күреп, дуҫтары менән тауыштың ҡайҙан сыҡҡанын аңларға тырышып, уны һүтеп ҡарай. Бындай "эксперимент"тарҙан һуң өлкәндәр гармунды йәшерә башлай. Малай ҡайһы саҡта төймәләргә баҫҡылап, көй сығарыу өсөн төндә мунсаға барғылай. Ныҡышмаллыҡ бушҡа китмәй, мәктәп сәхнәһендә концерттарҙа ҡатнаша башлай. Киномеханик һөнәрен алғас, армияла хеҙмәт итә.

Исмаил ауылы мәктәбендә бергә белем алған Клара менән тормош ҡоралар, бына тигән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Рәүеф Кашапов оҙаҡ йылдар клуб мөдире була, ә Клара ханым балалар баҡсаһында эшләй. Уның ижады ла бай һәм күп яҡлы, “Ләйсән” ансамбленең матур, ҡабатланмаҫ биҙәге ул. Һәр Яңы йылды Рәүеф Кашапов, Ҡыш бабай костюмын кейеп, санаға аттар егеп, ауылдаштарын  өй беренсә ҡотларға сыға. Бүләктәре һәм йырҙары менән күңелдәрҙе күтәрә, ауылдаштарынан рәхмәт һүҙҙәре ала. Район һәм республика фестивалдәрендә дипломдар яулап, ”Бәллүр” ансамбленең почетлы “халыҡ” исемен яңынан раҫлау өсөн баһалап бөткөһөҙ өлөшөн индерә.

 

Фото: “Юлдаш” гәзите сайтынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас