Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Сентября , 13:00

"Һеҙ Фидан Ғафаровтың туғанымы?"

Баштараҡ, ю-ю-юҡ, тип аҡлана инек, тора-бара үҙебеҙгә лә ҡыҙыҡ була башланы.  "Эйе, ике туған йә өс туған ҡустыһы", - тип шаяртып китәбеҙ ҡайһы саҡ. "Әйтәм дә, оҡшап тораһығыҙ. Әйҙә иҫтәлеккә ҡушлап фотоға төшәйек!" - ти башлайҙар.

"Һеҙ Фидан Ғафаровтың туғанымы?""Һеҙ Фидан Ғафаровтың туғанымы?"
"Һеҙ Фидан Ғафаровтың туғанымы?"

Туған булмаһалар ҙа, бер-береһенә оҡшаш кешеләр осрай шул. Донъяның бер хикмәте был.

Журналист, уҡытыусы, шағирә, артист, блогер Миләүшә Ҡыҙрасова ла сәхифәһендә ошо темаға ире тураһында ҡыҙыҡлы яҙма ҡалдырған: 

"Иргенәмде ҡушлап театр-концерттарға барһаҡ, йәше-ҡарты уға йылмайып өндәшә: "Һеҙ Фидан Ғафаровтың туғанымы, ҡустыһымы? Бигерәк оҡшағанһығыҙ!"
Баштараҡ, ю-ю-юҡ, тип аҡлана инек, тора-бара үҙебеҙгә лә ҡыҙыҡ була башланы.  "Эйе, ике туған йә өс туған ҡустыһы", - тип шаяртып китәбеҙ ҡайһы саҡ. "Әйтәм дә, оҡшап тораһығыҙ. Әйҙә иҫтәлеккә ҡушлап фотоға төшәйек!"- ти башлайҙар.

Шулайтып, тик торғанда бер тоҡ әңгәмә өйөп ташлайбыҙ. Яратҡан шәхесебеҙ Фидан Сафа улының рухы шат булһын.

Әйткән булам инде иргенәмә: "Шул уҡыған гимназияңда ғына уҡып бөтөп ҡуйһаң,  бейейһең, йырлайһың, сәхнәлә уйнайһың, көрәшәһең, ҡурайҙа һыҙҙыраһың, чем не Ғафаров? Йөрөр инең ошо көндө бөтә Башҡортостан һылыуҙарының һушын алып, уфтандырып..."

Аллаһ Тәғәлә шулай ҡушҡан, тимәк. Миләүшәнең шәхсән Фидан Ғафаровы булып, янында илһамландырып ҡына йөрөһөн, тигән".

Ошондай матур яҙма бушҡа барлыҡҡа килмәгән. Яңыраҡ яратҡан актерыбыҙ Фидан Ғафаровҡа оҡшаған Әнәс ағайҙың тыуған көнө булған. Беҙ ҙә Миләүшә Сәлим ҡыҙына ҡушылып, уны матур ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ!

 

Сығанаҡ: https://vk.ru/wall148615649_29642

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас