

Талантлы йәш йырсы Альбина Килдейәрованың бала саҡтағы яҙмышы, бала табыу йортонда сабыйҙарҙың алмаштырылыуы хаҡында күптәр беләлер. Был юлы йырсы операциянан һуң саҡ үлемдән ҡалған. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәрге сәхифәләрендә хәбәр иткән.
Эсенең түҙеп торғоһоҙ ауыртыуына түҙә алмай Альбина Килдейәрова "Ашығыс ярҙам" машинаһы саҡыра. Дауаханала йырсыға аппендицитҡа операция эшләйҙәр. Икенсе көнгә өҙлөгөүҙәр башланған һәм йырсыға ҡабаттан операция яһарға тура килгән.
Альбина әйтеүенсә, ул дауаханала бер айҙан ашыу ятҡан. Өҙлөгөүҙәрҙән һуң уның эсәгендә тишек (свищ) барлыҡҡа килгән һәм ҡорһағынан фекал дренаж сығарылған.
"Дүртенсе көнгә мин реанимацияға эләктем, табиптар мине ҡотҡарып ҡалды һәм икенсе операцияны яһаны. Аллаһ рәхмәте менән үлемдән ҡалдым", – тип ти йырсы.
Беҙ ҙә Альбина Килдейәрованың тиҙерәк һауығып китеүен теләйбеҙ һәм матур йырҙар көтәбеҙ!