Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентября , 13:15

Зәйнетдин - федераль каналда жюри ағзаһы

Башҡортостандың халыҡ артисы  Заһир Зәйнетдинов Сергей Лазарев, Zivert һәм T-KILLAH кеүек йондоҙҙар менән бергә йәш таланттарҙың сығыштарын баһаланы.

Зәйнетдин - федераль каналда  жюри ағзаһыЗәйнетдин - федераль каналда  жюри ағзаһы
Зәйнетдин - федераль каналда жюри ағзаһы

Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдинов (Зәйнетдин) - "Ну-ка, все вместе" телешоуының яңы миҙгелендә жюри ағзаһы. Был турала музыкант үҙе "Башинформ"ға хәбәр иткән.

Проекттың премьера сығарылышы 11 сентябрҙә "Россия" телеканалында күрһәтелде. Заһир Зәйнетдинов Сергей Лазарев, Zivert һәм T-KILLAH кеүек йондоҙҙар менән бергә йәш таланттарҙың сығыштарын баһаланы.

"Минең өсөн был бик ҡыҙыҡлы тәжрибә, ул минең ижадымды федераль кимәлдә билдәләүҙәре тураһында һөйләй. Бындай билдәле артистар һәм эксперттар менән жюриҙа ултырыу минең өсөн ҙур дәрәжә", — ти Заһир Зәйнетдинов.

Афарин!

Фото: "Башинформ".

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас