

Башҡорт һәм татар эстрадаһында иң популяр йырсылар - Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей менән Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһөйә Бәҙретдинова төнөн осрашҡан. Был хаҡта Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең социаль сәхифәһендә хәбәр итә.
«Концерттан һуң төнгө берҙә осрашып, иртәнгә тиклем студияла кайфовать итеү өсөн үҙ эшеңде ниндәй дәрәжәлә яратырға кәрәк?» — тип яҙған йырсы үҙенең сәхифәһендә. Күрәһең, артистарҙың ваҡыты тығыҙ һәм ижади эш төнөн дә дауам итә.
Шулай уҡ Илһөйә төнгө ижад процесы ваҡытында төшөрөлгән фотолар менән дә уртаҡлашҡан.
Элвин Грей ҙа төнө буйы ике йыр яҙҙырыуҙары тураһында хәбәр иткән. Тимәк, тиҙҙән ике йырсының дуэтын көтәбеҙ.
Фото: Илһөйә Бәҙретдинованың сәхифәһенән.