Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентября , 19:45

Яратҡан артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Кисә Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев бер төркөм кешегә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың наградаларын тапшырҙы.

Яратҡан артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!Яратҡан артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яратҡан артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә популяр эстрада йырсыһы Хәсән Усманов, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Ҡунаҡбаев һәм Туймазы татар драма театры актеры Алик Зәйлалов лайыҡ булды.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары Лилиә Ғәлина, Айнур Ситдиҡов, Гөлназ Хайсарова, Өфө ҡала мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры артисы, «Пицца» төркөмө солисының атаһы Сергей Приказчиков, Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары ирле-ҡатынлы Розалиә һәм Азат Ҡарасуриндар, «Башҡортостан» концерт залы ҡурайсыһы Илнур Һибәтуллин, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе актрисаһы Гөлйемеш Ибраһимова һәм эстрада ансамбле артисы Олеся Пескова, Иглин район мәҙәниәт йорто йырсыһы Фәһим Туҡомбәтов һәм башҡалар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлингә, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы доценты Гөлсәсәк Саламатоваға, композитор Һәм мультиинструменталист Марат Фәйзуллинға бирелде.

«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына Урта махсус музыка колледжы директоры Ришат Сәғитов һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең костюмдар цехы мөдире Галина Бачурина лайыҡ булды.

Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе директоры Харис Әбдрәхимовҡа, Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбенең уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Зәйнетдиноваға һәм шул уҡ мәктәптең думбыра класы буйынса уҡытыусыһы Лариса Ежковаға, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһенең художество етәксеһе Лира Фәйзуллинаға тапшырылды.

Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрының рәхмәт хаты менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры директоры Илнур Әбдрәшитов, Илеш районының балалар сәнғәт мәктәбе коллективы һәм ошо мәктәп уҡытыусыһы Лүзиә Бәҙретдинова бүләкләнде.

Ҡотлайбыҙ!

 

Фото: Х. Усмановтың шәхси архивынан.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас