Төп саралар 25-26 сентябрҙә Өфөлә һәм республиканың башҡа райондарында үтәсәк. Был көндәрҙә мәктәптәрҙә намыҫ һәм әхлаҡ дәрестәре, китапханаларҙа һәм белем биреү учреждениеларында китап күргәҙмәләре, шулай уҡ әҙәби осрашыуҙар ойоштороласаҡ.
Өфөлә Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейы байрамдың төп майҙансыҡтарының береһе буласаҡ, унда халыҡ “Аксаков һәм рус яҙыусылары” күргәҙмәһен ҡарай аласаҡ. Экспозицияға килеүселәргә күренекле авторҙың әҙәби мираҫы тураһында һөйләйәсәктәр.
– Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Аксаков исемендәге баҡсала ҙур программа ойошторола, унда концерт, гастрозона, һөнәрселек йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған арт-пикник ойошторола, – тип хәбәр итте мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, программаға тәүге тапҡыр “Аксаков сирене” экологик акцияһы индерелде. 26 сентябрҙә байрамдың абруйлы ҡунаҡтары Башҡортостандың иҫтәлекле Аксаков урындарында, атап әйткәндә, Өфө районының Зубов ауылында, Бәләбәй районының Надеждин ауылында һәм Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында сирень үҫентеләре ултыртасаҡ. Акция “Йәшел Башҡортостан” республика проектының бер өлөшө буласаҡ.
Байрамдың төп ваҡиғаһы – 27 сентябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, элекке Аксаков халыҡ йортонда тантаналы кисә булараҡ үтәсәк. Унда сит илдәрҙән ҡунаҡтар, яҙыусылар берләшмәһе вәкилдәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, республиканың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары ҡатнашасаҡ.
Сара барышында Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премия, Григорий Аксаков ордендарын тапшырыу, шулай уҡ, Өфө ҡала советының Сергей Аксаков исемендәге асыҡ премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы ҡаралған.
Республика Башлығы байрамды юғары кимәлдә үткәрергә һәм Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премияның күләмен арттырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.