

Яңыраҡ ҡына йәш йырсы Арыҫлан Тимеров Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булған ине, йәнә йырсы үҙенең шатлығы менән уртаҡлашҡан. Баҡтиһәң, популяр йырсы тиҙҙән атай булырға йыйына икән!
Ошо көндәрҙә Арыҫлан Тимеров менән кәләше менән буласаҡ сабыйҙарының енесен яҡындары һәм дуҫтары менән бергә белеү өсөн гендер-пати үткәргән. Йәш ғаилә был матур мәлдән фотоһүрәттәр һәм тәьҫораттар менән уртаҡлашҡан. Baby Ti тиҙҙән атай ролен үтәйәсәк!
Сабыйҙың ҡыҙмы, малаймы булыуы мөһим түгел, иң мөһиме - һау-сәләмәт донъяға килһен! Беҙ ҙә яратҡан йырсыбыҙҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм киләсәктә иң шәп атай булыуын теләйбеҙ!