Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентября , 19:45

“Һин был йырҙы башҡаса башҡарма!”

Айҙар Ғәлимовҡа яратып башҡарған йырын мәңгелеккә йырлауҙы тыйғандар... 

“Һин был йырҙы башҡаса башҡарма!”“Һин был йырҙы башҡаса башҡарма!”
“Һин был йырҙы башҡаса башҡарма!”

Яратҡан йырсыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов көтмәгәндә яңылыҡ менән уртаҡлашты. Баҡһаң, уға ҙур танылыу яулаған популяр йырын башҡа бер ҡасан да йырламаҫҡа ҡушҡандар.

– Был йырҙы мин бар күңелем менән башҡарҙым. Күптәр уны минең башҡарыуымда белде һәм иҫендә ҡалдырҙы. Уны йыш ҡына йырлауымды һорайҙар. Ләкин башҡаса мин уны йырламайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай килеп сыҡты, мин үҙем дә быны көтмәнем. Уның авторы бер тапҡыр осрашҡанда миңә: “һин был йырҙы башҡа йырлама”, ти. Мин: "хәҙер йырламайыммы, әллә бөтөнләйме?” тип һораным. Ә ул шул тиклем ышаныслы, хужалырса: “Бер ҡасан да” тип әйтте.

Һүҙ “Нимә булды һиңә бөгөн?” йыры тураһында бара."Уның һүҙҙәре һәм музыкаһы авторы — татар яҙыусыһы, драматург һәм автор-башҡарыусы Зөлфәт Хәким.

Айҙар Ғәлимов, автор үҙе был йырҙы бик яҡшы башҡара, тип өҫтәне.

– Ә мин шул ваҡыттан алып был йырҙы йырламайым, – тигән ул.

Йәл, әлбиттә, бик матур һәм моңло йыр, айырыуса тап Айҙар Ғәлимов башҡарғанда! Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас