Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Сентября , 02:00

Зәйнетдингә һүҙ бирҙеләр, ул иң мөһимен әйтеп өлгөрҙө

Музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдиновтың федераль каналда жюри составында булыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Кисәге сығарылышта алып барыусы Николай Басков яҡташыбыҙ янына барҙы ла "Мин дә халыҡ артисы, һин дә" тип уға һүҙ бирҙе.

Зәйнетдингә һүҙ бирҙеләр, ул иң мөһимен әйтеп өлгөрҙөЗәйнетдингә һүҙ бирҙеләр, ул иң мөһимен әйтеп өлгөрҙө
Зәйнетдингә һүҙ бирҙеләр, ул иң мөһимен әйтеп өлгөрҙө

Рәсәй-1 телеканалында "Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергә!" телешоуының һигеҙенсе миҙгеле бара. Ундағы 100 эксперт араһында Башҡортостандан артист Заһир Зәйнетдинов та бар.

Өсөнсө сығарылыш кисә үтте. Балашиха ҡалаһынан Аста Хачатрян сығыш яһағандан һуң конкурсты алып барыусы Николай Басков Зәйнетдингә лә һүҙ бирҙе.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә музыкант ҡатнашыусыға баһа биреп, иң мөһиме ҡулындағы ҡурай тураһында һөйләп өлгөрҙө. Артист һәр бер сығышты милли музыка ҡоралында уйнап оҙата барҙы. Афарин, башҡорт ҡурайы - федераль каналда!

Зәйнетдингә һүҙ бирҙеләр, ул иң мөһимен әйтеп өлгөрҙө
Зәйнетдингә һүҙ бирҙеләр, ул иң мөһимен әйтеп өлгөрҙө
Зәйнетдингә һүҙ бирҙеләр, ул иң мөһимен әйтеп өлгөрҙө
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас