

Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһе йылдам үҫешеүен дауам итә. Күптән түгел БР Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында тармаҡ эшенең төп күрһәткестәре мәғлүм булды. Быйыл республика федераль ҡаҙнанан мәҙәни инфраструктураны заманса итеп үҙгәртеүгә 750 миллион һумға яҡын аҡса алыуға өлгәшкән. Башҡортостан етәксеһе хәбәр итеүенсә, Һигеҙ мәҙәни-мәғрифәти үҙәк, өс моделле китапхана асылған, Үрге Ҡыйғыла сәнғәт мәктәбе төҙөлә башлаған. Балалар сәнғәт мәктәптәре, колледждарға яңы музыка ҡоралдары, кәрәкле ҡорамалдар һәм материалдар һатып алынған, биналарға ремонт үткәрелгән. Республикала кино селтәрен заманса итеп үҙгәртеү бара. Радий Хәбиров шуны ла билдәләне: Башҡортостан икенсе йыл инде “Ауыл мәҙәниәт хеҙмтәкәре” федераль программаһында ҡатнашыусылар буйынса алдынғы урынды биләй – быйыл беҙҙә 59 белгес ярҙам ала.
Ошо урында шуны хәтергә төшөрөп китеү урынлы булыр. 2021 йылдан алып 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә иң беренсе булып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырылып килде. 2021, 2022 йылдарҙа проект буйынса бирелгән аҡсалата ярҙам, йәғни субсидия, 500 мең һум тәшкил итте, 2023 йылда бер миллион һумға ҡәҙәр арттырылды. Был аҡсаға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре фатир йә йорт, шәхси автомобиль һатып ала алды. Программаның маҡсаты – 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларға, ҡасаба, ауылдарға белгестәр килеүен тәьмин итеү.
Башҡортостандың тәжрибәһе оҙаҡламай федераль кимәлдә лә киң танылды һәм, һөҙөмтә булараҡ, 2025 йылдың башынан “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тотош Рәсәйҙә тормошҡа ашырыла башланы. Уның шарттары буйынса, субстдия алыр өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәренең йәше буйынса сикләү юҡ, тик мәҙәниәт йүнәлеше буйынса юғары йәки махсус урта професссиональ белеме, ә музей хеҙмәткәрҙәренең педагогик белеме булырға тейеш.
Программа республикабыҙ райондарына махсус белеме булған белгестәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Миҫал өсөн Ҡариҙелде алайыҡ. Инде икенсе йыл бында “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” проектында ҡатнашыусылар бар. Район үҙәгендәге Балалар сәнғәт мәктәбенә быйыл өмөтлө йәш белгес – “Театр сәнғәте” йүнәлеше буйынса уҡытыусы булып Ангелина Бабадусова килгән. Ул йәйгеһен Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлап, ҡулына “Һәүәҫкәр ижади коллектив етәксеһе, уҡытыусы” тигән һөнәргә эйә булыуы тураһында диплом алған.
Сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе балалар йәш остаздары ярҙамында яңы ижади офоҡтар яулар, уның килеүе районда өҫтәмә белем биреүҙең сифатын арттырыуға һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә лә этәргес булыр, тип өмөт итә ҡариҙелдәр.
Һүрәттәрҙә: А. Бабадусова; йәш белгес оҫталыҡ дәресе үткәрә; балалар йәш остаздарының дәресендә кинәнеп шөғөлләнә.
Фото: Ҡариҙел районы балалар сәнғәт мәктәбе (vk.ru/club171052830) һәм БР мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.