

Гастролдәр ваҡытында Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) көтөлмәгән хәбәр менән видеоролик яҙҙыра.
– Ә һеҙ минең улым барлығын беләһегеҙме? Ул Үзбәкстанда, – тип уртаҡлашты билдәле йырсы һәм смартфонда видео күрһәтте, унда бәләкәй малай рус телендә йыр башҡара. – Тиҙҙән Үзбәкстанға барасаҡмын.
Бәләкәй генә роликта Радик Юлъяҡшиндың магазинда кейем һайлауы, ҡала буйлап йөрөүе, машинала йөрөүе, сығыштар залын ҡарауы һәм ижади команда ағзалары менән төрлө темаларға юмор менән сығыш яһауы төшөрөлгән.
Әле ул Себерҙә гастролдәрҙә. Был видеояҙмаһы интернетта бәхәстәр тыуҙырҙы. Билдәле булыуынса, Радик бер нисә йыл элек өйләнде, уның ҡатыны Инзилә менән балалары юҡ. Шуға күрә был яҙманы йырсы йә хайп өсөн төшөргән, йә үҙенә оҡшаған малайға ярҙам итеү өсөн һалған тиҙәр.
Фото: "Бәйләнештә".