

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) үҙенең командаһы менән Себер тарафтарында гастролдә йөрөй. Йырсы гастролдәр ваҡытында килеп сыҡҡан проблема тураһында социаль селтәрҙәге дуҫтарына хәбәр иткән.
"Тауышым ултырҙы. Һыуыҡ теймәне, ләкин тауыш арып бөттө, ундай хәлдәр була", - ти йырсы.
Ярай әле ярҙамға дуҫы Артур ашыҡҡан. Ул йырсыға ингалятор һәм тауышты үҙ хәленә ҡайтарыу өсөн кәрәкле дарыуҙар алып килгән. Күрәһең, дуҫының ярҙамы ваҡытында һәм файҙаға булған. Элвин Грейға Нефтеюганскиҙағы концерттарын кисектерергә тура килмәгән.