

Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Ишемйәрова менән тележурналист, блогер, ҡала советы депутаты, йәш йырсы Ильяс Батыргәрәев бергәләп йыр яҙҙырған. Ул "Яратып йәшәйек" тип атала. Ильяс бығаса йәштәр араһында Клэнтон ҡушаматлы рэпер булараҡ та билдәле ине.
1 октябрҙә йырҙың премьераһы булған. Ә 26 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Лилиә Ишемйәрованың юбилей концерты үтәсәк һәм был йыр унда ла яңғыраясаҡ.
Ильяс иһә социаль селтәрҙә "Был минең өсөн ҙур хөрмәт-ихтирам билдәһе һәм күрһәтелгән бындай ышаныс өсөн рәхмәтем сикһеҙ" тигән яҙма ҡалдырған.
Фото: Л. Ишемйәрованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.