

Татар эстрадаһында билдәлелек яулаған, шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда ла үҙ тыңлаусыларын тапҡан Илмира Нәғимованың бер фанаты йырсыға ҡағылышлы шаян видеоролик эшләгән һәм үҙенең социаль селтәренә ҡуйған.
Видеола ир кеше Илмира алдына кәрттәр теҙеп һала. Йырсы унан һорай: “Мине әлеге ваҡытта ике кеше ярата. Уларҙың кемеһенә бәхет йылмайыр?” Кәрт һалыусы бик үҙенсәлекле яуап ҡайтара: “Айнурға бәхет йылмайыр, ә кейәүгә Рәдифкә сығырһың”.
Бығаса Илмира Нәғимова Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәдиф Зарипов менән дуэттар башҡара ине, унан инде композитор Айнур Шарапов менән ижадташ булып китте.
Видеоролик яһалма зиһен ярҙамында, шаярыу рәүешендә эшләнгән, йәғни ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Шулай ҙа йырсының ижадын үҙ итеүселәр фекерен белдермәй ҡалманы. Күптәр видеоны ысынға алып, был хәбәргә ныҡ аптыраған. Икенселәр йырсы үҙенә иғтибар йәлеп итеү маҡсатында видеоны үҙе интернетҡа сығарған, тип иҫәпләй.
Илмира Нәғимова видеоролик тураһында комментарий бирмәгән, бары тик бер нисә смайлик ҡына ҡалдырған.
Фото: Илмира Нәғимова менән Рәдиф Зарипов башҡарыуындағы "Яҙмыш һынаймы" клибынан алып, нейроселтәр ярҙамында мөхәррирләнде.