"Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем"

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә сағыу образдар тыуҙырып, күп тамашасыларҙың һөйөүенә лайыҡ булған Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина бөгөн күркәм юбилейын билдәләй. Ниндәй кәйеф менән ҡаршылаған ул матур йәшен, юбилей бенефисы ҡасан була, ниндәй яңы ролен өйрәнә – шул турала белергә теләп, юбилярҙың үҙенә шылтыраттым.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем""Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем"
"Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем"

– Белһәгеҙ, минең быға тиклем бер юбилейымда ла өйҙә булғаным юҡ ине, – тип көлөмһөрәп башланы һүҙен Миңзәлә апай. – Бер тапҡыр Мәскәүҙә гастролдә булдым, унан районда, ауылдарҙа сәфәрҙә булып ҡалынды. Көҙ көнө яңы ижади миҙгел асылып, беҙҙең ныҡлап эшкә тотонған сағыбыҙ бит инде. Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем.

Әле режиссер Айҙар Зарипов ҡуйған “Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер” тигән яңы спектакль өҫтөндә эш башланыҡ. Репетициялар ваҡытында өйҙә тормайбыҙ тиерлек, театр эсендә ҡайнашабыҙ.

Бенефис өсөн Б. Бикбай әҫәре буйынса ҡуйылған “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын һайланыҡ. Театр директоры Зиннур Фәрит улы һәм баш режиссер Айрат Әхтәм улы шулай тәҡдим иттеләр. Ни өсөн тигәндә, бында бер юлы өс матур дата тура килә: спектаклгә – 20, минең театрҙа эшләүгә – 45 йыл һәм үҙемә 65 йәш. “Ҡоҙаса” – яратҡан театрыбыҙҙың тарихында ныҡлы урын алған, классикаға әүерелгән әҫәр, уның менән сит илдә лә, илебеҙҙең төрлө тарафында ла сығыш яһаныҡ, концерттарҙа өҙөктәр күрһәттек. Театрҙа 20 йыл буйы ҡуйылыуына ҡарамаҫтан, гел аншлаг менән бара, тамашасы уны ныҡ ярата.

30 октябрь көнө театрыбыҙҙы яратҡан, минең ижадты хөрмәт иткән тамашасыларыбыҙҙы ошо бенефис спектаклендә көтөп ҡалам! – тип саҡырҙы сәхнә оҫтаһы.

Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы! Тағы оҙаҡ йылдар театр һөйөүселәрҙе үҙенсәлекле образдарығыҙ менән ҡыуандырырға яҙһын! 

Фотолар: БДАДТ.

"Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем"
"Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем"
"Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем"
"Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем"
"Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем"
"Быйыл тәүгә өйҙә булып ҡотлауҙар ҡабул итеп йөрөүем"
Автор:Равиля Гатауллина