

Өфө төркөмөнөң “Ural Batyr” альбомы һәм “Aihylyu” синглы премияла тауыш биреүҙең беренсе этабында ҡатнаша.
Еңгән осраҡта, башҡорт музыканттары бер юлы ике номинация — “Глобаль музыканың иң яҡшы альбомы” һәм “Инструменттар һәм вокал өсөн иң яҡшы аранжировка” эйәһе буласаҡ.
— Башҡортостандың мәҙәни мираҫынан илһам алып ижад ителгән “Ural Batyr” альбомы һәм “Aihylyu” йыры донъялағы иң абруйлы музыкаль премияларҙың береһе — “Грэмми”ға тауыш биреүгә индерелеүе беҙҙең өсөн айырыуса ҡиммәтле. Был — башҡорт музыкаһы һәм мәҙәниәте тураһында донъя музыка индустрияһының иң юғары кимәлендә белдереү мөмкинлеге”, — тип һөйләне артистар.
“Ural Batyr” — "Әй Йола" төркөмөнөң дебют альбомы. Ул боронғо башҡорт эпосы “Урал батыр” нигеҙендә ижад ителгән. Ун ике композицияла эпос геройҙарының тарихы һөйләнелә, һәр йыр традицион башҡорт музыка ҡоралдары, заманса электрон яңғыраш һәм башҡорт телендәге вокал менән башҡарыла.
“Aihylyu” синглы Ай менән Самрау ҡош батшаһының ҡыҙына, “Урал батыр” эпосы геройҙарының береһенә арналған. Уның тарихы яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡтың көрәшен, үҙеңә тоғро ҡалыуҙы һәм үҙ юлыңды һайлау темаларын аса.
Сығанаҡ, фото “Әй Йола” төркөмөнөң социаль селтәренән.