

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, танылған йырсы Алсу, тормошонда хыянат булыуға ҡарамаҫтан, мөхәббәткә ышаныуын һәм яңынан кейәүгә сығырға теләүен белдергән.
Был хаҡта йырсы блогер, музыкант Эмин Агаларовҡа биргән интервьюһында әйткән.
“Мин ундай һорауға әҙер түгел инем. Был хаҡта бөтә кешегә һөйләргә әҙер булғас, һис шикһеҙ, әйтермен. Мин үҙ тормошомда тағы ла бер никах булыр тип уйлайым, әлбиттә! Миндә бөтөнләй үҙгәрешһеҙ ҡалған һәм ҡаласаҡ нәмә: ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тормошто яратҡан кеше булып ҡалдым. Мөхәббәткә ышанам, мөхәббәттән һуң да мөхәббәт булыуына ышанам, ул ғөмүмән бар, күп кенә хыянаттарға ҡарамаҫтан, яҡшы кешеләргә ышанам. Төрлө хәлдәр булды. Тағы ла бер тапҡыр кейәүгә сығырға теләр инем. Мин былай тип әйтәм: ғүмерем буйы бергә йәшәргә әҙер булған кеше булһа, мин быны аңлармын, әгәр беҙҙе уртаҡ бала, мөхәббәт емеше берләштерһә, тағын да шәп булыр ине”, - тигән Алһыу.
Йырсының өс балаһы бар: Сафина һәм Микелла исемле ҡыҙҙары һәм улы Рафаэль.
Сығанаҡ: "Кызыл таң"