Рөстәм Ғиззәтуллин: "Ул мине илһамландыра"

Күптәрҙең кумиры үҙенең йәше, ҡыҙы, яңы проекттары тураһында һөйләне. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Рөстәм Ғиззәтуллин: "Ул мине илһамландыра"Рөстәм Ғиззәтуллин: "Ул мине илһамландыра"
Рөстәм Ғиззәтуллин: "Ул мине илһамландыра"

Яратҡан йырсыбыҙ, күптәрҙең кумиры Рөстәм Ғиззәтуллин социаль селтәрҙә ҙур булмаған интервьюһын һалды. Унда ул үҙенең йәше, яңы тыуған ҡыҙы һәм буласаҡ концерттары тураһында һөйләй.

Үҙенә нисә йәш тигән һорауға, ул “бер ниндәй ҙә сер юҡ, миңә 52 йәш”, тине.

– Ләкин мин һәр ваҡыт әйтәм: паспортта, моғайын, минең йәшемде бутағандарҙыр. Башымда, үҙемде тойоуом буйынса, миңә һәр саҡ 33 йәш тирәһе, – ти ул.

Әйткәндәй, күптәр уның был фекере менән килешә, йәш, энергияһы ташып торған артисҡа, ысынлап та, 52 йәш биреп булмай.

Шулай уҡ унан яңы тыуған ҡыҙы тураһында ла һорағандар.

– Ҡыҙымдың тыуыуын оҙаҡ хәл иттек, йәки яңылыш килеп сыҡты тигән нәмә юҡ. Был тулыһынса уйланылған аҙым булды. Уның тыуыуына бик шатмын. Ул мине ныҡ итеп илһамландыра. Илһам булған саҡта өр-яңы, көтөлмәгән идеялар килә. Әле лә яңы программа әҙерләйем. Ул “ут буласаҡ”. Ноябрь башында уны Өфөлә, аҙаҡ Силәбелә күрһәтәбеҙ, – тине ул.

Яратҡан йырсыбыҙға ижади уңыштар, яңы идеялар теләп ҡалабыҙ.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева